Мораҙым
+13 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
20 Мая 2021, 10:25

Беҙҙең Мәнсүрә апай!

Республикабыҙҙың иң матур мөйөштәренең береһе булған Ыуары ауылында асыҡ йөҙлө, ихлас күңелле, дәртле, тырыш кешеләр йәшәй. Уларҙың береһе – Мәнсүрә инәй 1936 йылда донъяға килгән. Байтаҡ йылдар Ыуары клубы мөдире булып эшләй ул. Уның тырыш хеҙмәте лайыҡлы баһалана: күп тапҡырҙар мәҙәниәт бүлегенең, район хакимиәтенең, БР Мәҙәниәт министрлығының маҡтау грамоталары, рәхмәт хаттары менән бүләкләнә. “Хеҙмәт ветераны” миҙалын да ул районда тәүгеләрҙән булып ала. Әйткәндәй, Мәнсүрә апай “Мораҙым” гәзитенә әүҙем яҙышҡан ауыл хәбәрселәренең береһе лә. “Гәзиттең һәр хәрефенә тиклем уҡыйым. Йыл да иң түгеләрҙән булып гәзиткә яҙылам. Бер йыл да алдырмай ҡалғаным юҡ”, - ти ул.Уның хаҡындағы тулыраҡ мәҡәләне сайтта уҡығыҙ.

Республикабыҙҙың иң матур мөйөштәренең береһе булған Ыуары ауылында асыҡ йөҙлө, ихлас күңелле, дәртле, тырыш кешеләр йәшәй. Уларҙың береһе – Мәнсүрә инәй 1936 йылда донъяға килгән.
Башта ауыл, аҙаҡ Юлдыбай мәктәптәрен тамамлағандан һуң, Мораҡ педагогия училищеһында белем ала ул. 1956 йылда ҡулына таныҡлыҡ алған йәш белгесте Санъяп ауыл китапханаһына эшкә ебәрәләр. Бер нисә йылдан һуң Магнитогорск ҡалаһында эшләп йөрөгән ағаһы уны үҙ янына эшкә саҡырып ала. Икмәк комбинатына экспедитор булып урынлашҡан ҡыҙ бында ла матур ғына итеп эшләп алып китә. Әммә, ожмах булһа ла торған ер, һағындыра тыуған ер, тигәндәй, тыуған ауылы төштәренә кереп йөҙәткәс, етмәһә, әсәһе лә “ҡайт, балам, яңғыҙыма ҡыйын, ситтә йөрөмә” тигәс, Ыуарыға ҡайта. Елкәң булһа, ҡайҙа ла “ҡамыт” табыла – йәш белгес китапханасы булып хеҙмәт юлын дауам итә. Йәнә 15 йылдан, йәғни 1978 йылда уны клуб мөдире итеп тәғәйенләйҙәр. Бына шул осорҙан алып хаҡлы ялға киткәнсе 1995 йылға тиклем ул үҙен яратҡан эшенә Бағышлай.
Мәҙәниәт хеҙмәткәре, әлбиттә, йәмәғәт эштәренән дә ситтә ҡала алмай: төрлө һайлауҙар, башҡа саралар ваҡытында агитатор, иҫәп алыусы һ.б. була. Бер нисә тапҡыр ауыл Советы депутаты итеп һайлана. Йәйгеһен гектарлап сөгөлдөр утай. Үҙенең йырға-бейеүгә, шиғыр һөйләүгә, һүрәт төшөрөүгә булған маһирлығы, кешеләр менән уртаҡ тел таба белеүе эшендә ныҡ ярҙам итә – тырыш хеҙмәткәрҙе урындағы халыҡ та, етәкселәр ҙә үҙ итә.
Хеҙмәт эйәһе – хөрмәт эйәһе - геройыбыҙҙың тырыш хеҙмәте лайыҡлы баһалана: күп тапҡырҙар мәҙәниәт бүлегенең, район хакимиәтенең, БР Мәҙәниәт министрлығының маҡтау грамоталары, рәхмәт хаттары менән бүләкләнә. “Хеҙмәт ветераны” миҙалын да ул районда тәүгеләрҙән булып ала.
Әйткәндәй, Мәнсүрә апай “Мораҙым” гәзитенә әүҙем яҙышҡан ауыл хәбәрселәренең береһе лә. “Гәзиттең һәр хәрефенә тиклем уҡыйым. Йыл да иң түгеләрҙән булып гәзиткә яҙылам. Бер йыл да алдырмай ҡалғаным юҡ”, - ти ул.
Мәнсүрә апай тормош иптәше Искәндәр ағай менән 31 йыл бергә матур ғүмер кисерә. Сәскәләй өс ҡыҙға ғүмер бирәләр. Оло ҡыҙҙары Гүзәл Стәрлетамаҡта “Авангард” заводында тир түгә. Кәримә менән Эльвира ҡыҙҙары икеһе лә күп йылдар медицина өлкәһендә эшләй. Ҡыҙғанысҡа күрә, Эльвира әсәһен, ғаиләһен, барлыҡ туғандарын ҡара ҡайғыларға һалып, баҡыйлыҡҡа иртә күскән. Себер тарафтарында йәшәгән Кәримә иһә тормош иптәше Урал менән бынан бер нисә йыл элек тыуған ауылына ҡайтып төпләнгән. Тәүҙә әсәһенә яңы йорт төҙөп бирә уңған пар, аҙаҡ шул уҡ ихатала үҙҙәренә ике ҡатлы матур йорт күтәрәләр.
- Балаларыма, ейән-ейәнсәрҙәремә, бүлә-бүләсәрҙәремә шул тиклем рәхмәтлемен – ныҡ ҡәҙерләйҙәр. Элек өс тапҡыр аварияға осраным. Өс тапҡыр үлем сигенә етеп, ауыр операциялар үткәрҙем, балаларым һәм табиптар аяҡҡа баҫтырҙы. Һаулығым артыҡ ҡыуандырмаһа ла, үҙ аяғымда йөрөйөм, ураҙалар тотам, эшһеҙ тормайым – шул үҙе бәхет түгелме ни? – ти күңел көрлөгө менән һоҡландырған алсаҡ инәй.
Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА.
Читайте нас