Май башынан уҡ көндөң эҫетеүе бер яҡтан рәхәт булһа, икенсе яҡтан һағайтты - ҡоролоҡ булып ҡуймағайны... Ҡайһы бер төбәктәрҙә ололар теләккә лә сыға башланы. Сөнки ысынлап та, күңелде хәүеф тойғоһо биләй. Тирә-яҡта урман-яландар янған осраҡтар ҙа ишетелеп тора.
Ямғыр теләү ул борондан килгән йола. Ҡорбан салып тороп яуын теләгәндәр ололар. “Теләк салыу”, “ямғыр ҡорбаны” тип тә әйтәләр уны.
Ҡорбан салып, аят уҡылғас, ҡорбан ите бешкәнсе, өлкәндәр ямғыр намаҙы уҡый. Ир-ат, ҡатын-ҡыҙ айырым ултыра. Һәр ике бәндә ихлас булырға тейеш. Ил, Ер-һыу хәлен һорап, доғала ултырғанда бөтөн йөрәгенән ҡушылып торорға бурыслы. Борон был йолаға сығыусылар кисен ниәт итеп ятһа, иртән ғөсөл ҡойоноп, таҙа кейем кейенеп барған. Һыу буйында һыу һибешеү була. Йәше, ҡарты, олоһо, кесеһе, хатта мулла үҙе лә — елән осон булһа ла һыуҙа сылатырға тейеш. Бер-береһен һыуға ташлау бөтөн ауылда ҡыҙыҡ уйынға әүерелгән. Йола хаҡы буйынса бер кем дә ҡоро кейемдә ҡалырға тейеш түгел. Өйҙәргә инә алмаһалар — мөрйәнән, ихатаға керә алмаһалар — ҡойманан, аҙбар-ситәндәргә, ихатаға, түтәлдәргә һыу һибелгән. Күнәктән һоҫоп сәсрәткәндә теләк әйтелгән. Балаларҙы инәйҙәр ауыл буйлап йүгерткән: “Барығыҙ, ямғыр теләгеҙ! Йәш кешенең теләге йәшендәй етеҙ, етер еренә етә!” — тигәндәр.
Урал аръяғында балалар кейемдең тиҫкәре яғын кейеп, һыу һибешеп ямғыр теләй. Йылғанан таш алып ҡайтып һыуға һалһаң да, ямғыр яуа тигән ышаныс бар. Нисә таш алып ҡайтаһың, шунсама көн яуа. Таштың эреле-ваҡлы булыуы ла әһәмиәткә эйә: ыуаҡ таш - аҡ яуын, имеш.
Вәсилә апай Ҡарағужина, Ялсы ауылы:
- Көндәр ҡоро тороп, ер дымға сарсағас, ямғыр теләү йолаһы, шул йола менән бергә бер мәҙәк хәл дә иҫкә төштө. Бер апай һөйләгәйне. Етмеш нисәнсе йылдарҙа була был хәл. Ныҡ ҡоро булып киткәс колхоздың бригадиры (коммунист), боронғоса уҡый белгән бабайҙан, ямғыр теләү йолаһын башҡарыуын һораған. Теге бабай бер нисә оло кешене йыйып, йола уҙғарып,таштарҙы йылғамы - күлме төбөнә һалған. Бына бер заман ямғырҙар яуа башлаған, бесән эшләргә лә, иген игергә лә бирмәй, яуа ла яуа ти. Хәҙер теге бригадир теге ҡартҡа барып: “Бабай, таштарыңды күл төбөнән кире ал, туҡтат ямғырҙы”, -ти икән. Бабай: “Һуң, күл төбөндәге таштарҙы нисек табайым?” –тип аптырап киткән. “Теләһәң нишлә, ямғырҙы ғына туҡтат!”-тип үҙенсә бойороп киткән, ти, ҡартҡа бригадир.
Ямғыр доғалары Нәзир ағай Сабитовтың сайтынан алынды:
اللّهُمَّ اسْقِـنا غَيْـثاً مُغيـثاً مَريئاً مُريـعاً، نافِعـاً غَيْـرَ ضار، عاجِـلاًغَـيْرَ آجِل
Аллааһүммә, әсҡыйнәә ғәйҫән мүғыйҫән, мәри'ән, мәри'ән, нәәфиғән ғайра дааррин, ғәджилән ғайра әәджил.
(Эй Аллаһ, беҙгә ҡотҡарыусы ямғыр яуҙыр, яҡшы, күп, файҙалы, ә зарарлы (зыянлы) түгел, тиҙ ҙә булһын, ә һуңынан түгел.)
اللّهُمَّ أغِثْنـا، اللّهُمَّ أغِثْنـا، اللّهُمَّ أغِثْنـا
Аллааһүммә ағыҫнәә, Аллааһүммә ағыҫнәә, Аллааһүммә ағыҫнәә,
(Эй Аллаһ, беҙгә ямғыр яуҙыр.) (3 тапҡыр)
اللّهُمَّ اسْقِ عِبادَكَ وَبَهـائِمَك، وَانْشُـرْ رَحْمَـتَكَ وَأَحْيِي بَلَـدَكَ المَيِّـت
Аллааһүммә -сҡы ғибәәдәкә үә бәһәә'имәкә үәншүр рәхмәтәкә үә әхйии бәләдәкәл-мәййит.
(Эй Аллаһ, Үҙ ҡолдарыңды, хайуандарыңды ямғыр менән һыуғар, Үҙ рәхмәтеңде тарат, үле һымаҡ булған илеңде терелт.)
Ямғыр яуғанда уҡыла торған доға
اللّهُمَّ صَيِّـباً نافِـعاً
Аллааһүммә, саййибән нәәфиғән.
Эй Аллаһ, файҙалы ямғыр бир (Эй Аллаһ, был ямғыр файҙалы булһын.)
Ямғыр яуғас уҡыла торған доға
مُطِـرْنا بِفَضْـلِ اللهِ وَرَحْمَـتِه
«Мутырнәә бифәдлилләәһи үә рахмәтиһ."
(Аллаһ рәхмәте һәм ниғмәте менән беҙгә ямғыр яуҙыр (Беҙ ямғырға туйындыҡ.)
Ел-дауыл сыҡҡанда уҡыла торған доға:
اللّهُـمَّ إِنَّـي أَسْـأَلُـكَ خَيْـرَ هَذِهِ الرِّيحِ وَخَيْـرَ ما فِيهـَا وَخَيْـرَ ما أَرْسَلْـتَ بِهِ وَنَغُـوذُ بِكَ مِنْ شَـرِّ مَا فِيهَـا وَمِنْ شَـرِّ ما أَرْسَلْـتَ
«Аллааһүммә иннии әсьәлүкә хайра һәҙиһир-риихи үә хайра мәә фииһәә үә хайра мәә әръсәлтә биһии үә нәғүүҙү бикә мин шәрри мәә фииһәә үә мин шәрри мәә әръсәлтә.»
(Аллаһым! Һинән был ел-дауылдың хәйерле булыуын теләйем. Аллаһым! Ул елдән булғанын үә килтергәнен хәйерле ҡыл һинән теләйем һәм һин ебәргән елдең үә уның алып килгән насарлығынан һиңә һыйынамын.)
Йәшен менән күк күкрәгәндә уҡыла торған доға
اللهم لا تَقْتُلْنا بِغَضَبِك وَلا تُهْلِكْنا بِعدابِك وعافِنا قَبْلَ دلِك
«Аллааһүммә ләә тәҡтүлнәә биғадабикә үә ләә түһликнәә би ғәҙәәбикә үә ғәәфинәә ҡаблә ҙәәлик».
(Аллаһым! Асыуың менән үлтермә, ғазабың менән һәләк итмә үә ахырын хәйерле ҡыл.)
***
سُبْـحانَ الّذي يُسَبِّـحُ الـرَّعْدُ بِحَمْـدِهِ، وَالملائِكـةُ مِنْ خيـفَته
«Сүбхәәнәлләҙии йүсәббихүр-рағдү би хәмдиһии үәл- мәләәикәтү мин хыыфәтиһ».
(Күк күкрәү ҙә Уны данлап тәсбих әйтә, фәрештәләр ҙә Унан ҡурҡып).
Болоттар таралһын, ямғыр яумаһын өсөн уҡыла торған доға
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд, саллалаһу ғәләйһи үә сәлләм, ошондай доға ҡыла торған булған:
للّهُمَّ حَوالَيْنا وَلا عَلَيْـنا، اللّهُمَّ عَلى الآكـامِ وَالظِّـراب، وَبُطـونِ الأوْدِية، وَمَنـابِتِ الشَّجـر
"Аллааһүммә хәүәләйнә үә лә ғәләйнә, Аллааһүммә, ғәләл-әәкәми үәҙ-ҙыраб, үә бутууниль- әудийәти үә мәнәбитиш-шәджәр".
(Эй, Аллаһ, беҙҙең тирәлә беҙҙең өҫтә түгел. Эй, Аллаһ, үрҙәргә (ҡалҡыулыҡтарға) һәм тау баштарына, үҙәндәргә һәм ағас үҫкән ерҙәргә (болоттарҙы илт).)