Мораҙым
+25 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
18 Мая 2021, 06:50

Ғүмерен туған халҡына хеҙмәт итеүгә бағышлаған

Үҙенең тырыш хеҙмәте менән республикабыҙ тарихын байытҡан күренекле яҡташтарыбыҙ бик күп. Уларҙың береһе - Сәйетҡол ауылында тыуып үҫеп, әлеге көндә Өфө ҡалаһында ғүмер кисергән Сәйетбатталова Сәүиә Ширғәли ҡыҙы.Ул бар ғүмерен намыҫлы хеҙмәткә арнаған: БДУ-ның тарих-филология факультетын тамамлағас, Күгәрсен мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, директор урынбаҫары булып эшләй. Артабанғы 30 йылдан ашыу хеҙмәт юлы Башҡортостан “Китап” нәшриәте менән бәйле: корректорҙан алып нәшриәттең әйҙәүсе белгесе, өлкән әҙәби мөхәрриргә тиклем үҫә ул. Сәүиә Ширғәли ҡыҙы телдең бар нескәлектәрен белгән тәржемәсе лә. Йәмғиәти-сәйәси редакцияла эшләгәндә “История Уфы”, “Башкирская Лениниана” кеүек китаптар серияһын сығарыуҙа ҡатнаша. “Башҡортса календар”ҙың тәүге һанын сығарыуға һәм мөхәррирләүгә ҙур өлөш индерә. З.Вәлидиҙең “Хәтирәләр”, Муса Мортазиндың “Әҫәрҙәр” китаптарын мөхәррирләй.Яҡташыбыҙ намыҫлы хеҙмәте өсөн Башҡортостан Юғары Советының Почет грамотаһына, “Матбуғат отличнигы”, “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” исемдәренә лайыҡ булған.Элекке хеҙмәттәштәре, яҡындары уны бик кешелекле, юғары әхлаҡлы, иманлы, төплө аҡыллы, изге күңелле кеше тип белә. Ниндәй эшкә тотонһа ла, бар күңелен, бар тырышлығын һалып эшләй ул.Әйткәндәй, Сәүиә Ширғәли ҡыҙы ошо көндәрҙә үҙенең 80 йәшен билдәләй! Уны олпат ғүмер байрамы менән ҡотлайбыҙ һәм иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.

Ғүмерен туған халҡына хеҙмәт итеүгә бағышлаған
Үҙенең тырыш хеҙмәте менән республикабыҙ тарихын байытҡан күренекле яҡташтарыбыҙ бик күп. Уларҙың береһе - Сәйетҡол ауылында тыуып үҫеп, әлеге көндә Өфө ҡалаһында ғүмер кисергән Сәйетбатталова Сәүиә Ширғәли ҡыҙы.
Ул бар ғүмерен намыҫлы хеҙмәткә арнаған: БДУ-ның тарих-филология факультетын тамамлағас, Күгәрсен мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, директор урынбаҫары булып эшләй. Артабанғы 30 йылдан ашыу хеҙмәт юлы Башҡортостан “Китап” нәшриәте менән бәйле: корректорҙан алып нәшриәттең әйҙәүсе белгесе, өлкән әҙәби мөхәрриргә тиклем үҫә ул.
Сәүиә Ширғәли ҡыҙы телдең бар нескәлектәрен белгән тәржемәсе лә. Йәмғиәти-сәйәси редакцияла эшләгәндә “История Уфы”, “Башкирская Лениниана” кеүек китаптар серияһын сығарыуҙа ҡатнаша. “Башҡортса календар”ҙың тәүге һанын сығарыуға һәм мөхәррирләүгә ҙур өлөш индерә. З.Вәлидиҙең “Хәтирәләр”, Муса Мортазиндың “Әҫәрҙәр” китаптарын мөхәррирләй.
Яҡташыбыҙ намыҫлы хеҙмәте өсөн Башҡортостан Юғары Советының Почет грамотаһына, “Матбуғат отличнигы”, “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” исемдәренә лайыҡ булған.
Элекке хеҙмәттәштәре, яҡындары уны бик кешелекле, юғары әхлаҡлы, иманлы, төплө аҡыллы, изге күңелле кеше тип белә. Ниндәй эшкә тотонһа ла, бар күңелен, бар тырышлығын һалып эшләй ул.
Әйткәндәй, Сәүиә Ширғәли ҡыҙы ошо көндәрҙә үҙенең 80 йәшен билдәләй! Уны олпат ғүмер байрамы менән ҡотлайбыҙ һәм иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Читайте нас