Мораҙым
+31 °С
Ясно
ЙӘМҒИӘТ
14 Мая 2021, 06:01

Дала ләлә сәскәһе (Тюльпан Биберштейна)

Дала ләләһе (тюльпан Биберштейна) ҡайһы яҡта үҫә?

Тюльпан Биберштейна (Tulipa bibersteiniana ) дала, тау биттәрендә үҫә.Ул күп йыллыҡ 15-40см бейеклегендәге үҫемлек.Һабағында ике оҙон япраҡ, һуғанбаш тамырлы. Апрель аҙағында бер сәскә ата.Сәскәләре ҡояшҡа асыла,болотло көндө,төнөн ябыҡ була. Был үҫемлек тиҙ үҫә,тиҙ сәскә ата. Бындай үҫемлектәр эфемероид тип атала. Эфемероид-ул яҙ сәскәләре, уларҙы өҙөргә ярамай, сөнки улар ҡыҫҡа ғына ғүмерендә файҙалы матдәләр алып тамырына туплай. Әгәр өҙһәләр тамыры ла кибә, юҡҡа сыға.

Уларҙың һабаҡтары йәй көнө кибә, тамырҙары ер аҫтында ҡала. Был уларҙы ҡоролоҡтан һаҡлай.Үкенескә ҡаршы,был сәскәнең матурлығы улар өсөн яҡшы түгел.Уларҙы күпләп өҙөү арҡаһында улар һирәк осрай һәм Ҡыҙыл китапҡа индерелгән.

Тарихтан . Беренсе тапҡыр үҫемлек 1829 йылда И. Шультес тарафынан һүрәтләнгән. Исемен беренсе гербарийҙар төҙөүсе рус ботанигы Ф.К. Биберштейн — Маршалл (1768-1826) хөрмәтенә бирелгән.
- Күп йыллыҡ, һыуғанбашлы үҫемлек. Бөтәһе һикһәнләп төрө иҫәпләнһә, Башҡортостанда 3 төрө үҫә. ТЮЛЬПАН ЛЕСНОЙ тип тә атала. Шулай уҡ, Баймаҡта ЙЫЛАН ЙЫУАҺЫ, Күгәрсен районында ТӘМЕЗӘ тип йөрөтәләр. Ә Хайбулла районында КӘМӘ ҺАУАҺЫ тиҙәр уны. Был турала Мәрйәм Мәҡсүтованан белештем. Ә китапса тәржемәһе ЛӘЛӘ. Һуған төбөн ашайҙар, - тип белгәндәре менән уртаҡлаша Аҫылбикә апай Мәжитова.
Автор фотоһы.
Читайте нас