Күрше Татарстандың баш ҡалаһы Ҡазанда ҙур фажиғә. Бөгөн иртә менән унда ҡаланың Йәүҙәт Фәйзи урамында урынлашҡан 175-се гимназияһында билдәһеҙ кешеләр атыш ойошторған.
Төрлө сығанаҡтар белдереүенсә, бында ете-туғыҙ кеше һәләк булған. Үлгәндәр – башлыса мәктәп уҡыусылары. Яҡынса ундан артыҡ кеше йәрәхәтләнгән.
Балаларҙы мәктәптән эвакуациялайҙар. Телеграм-каналдарҙан хәбәр итеүҙәре буйынса, ҡурҡҡан балалар тәҙрәнән һикергән. Ҡайһы бер балалар һикергән саҡта һәләк булған. Урында 20-нән ашыу ашығыс ярҙам бригадалары эшләй. Прокуратура тикшереү эше башлаған. Урынға республиканың Президенты Рөстәм Миңлеханов сыҡҡан.
Mash Telegram-каналы хәбәр итеүе буйынса, ҡулға 19 йәшлек егет алынған. Ул үҙе йәшәгән урында бомба һалыныуы тураһында әйткән.
Яҙма баҫмаға әҙерләнгәнсе, икенсе атыусының да яҙмышы асыҡланды. Уны көс структуралары атып үлтергән.