Мораҙым
+24 °С
Дождь
ЙӘМҒИӘТ
10 Мая 2021, 09:30

Мөхәббәтле өй түрҙәре йәннәттәргә тиң бит ул!

- Һаумы, Гөлназ һылыу... Кисә Фирғәт ағайың Мәләүезгә ресторанға алып барғайны, шуға һиңә шылтырата алманым... Педагогик хеҙмәт ветераны Рәшиҙә апай Илсеғолованың бәрхәт кеүек тауыш менән шылтыратыуы яңы башланып ҡына торған эш көнөмдө йәмләне, кәйефте күтәрҙе. Эй, яратам да инде шундай матур кешеләрҙе! Күңеле менән дә, бар булмышы менән дә матур кешеләр улар – Илсеғоловтар! Ибраһим (Өмөтбай) ауылында донъяға килгән Рәшиҙә апай йүнәлтмә буйынса Теләүембәт мәктәбенә эшкә килеп, 39 йыл ғүмерен балаларға белем биреүгә бағышлаһа, тормош иптәше Фирғәт Зиннәт улыбайтаҡ йылдар Теләүембәт ауыл Советын етәкләй. Уларҙың фиҙаҡәр хеҙмәттәре лайыҡлы баһаланған: Рәшиҙә Мәхийән ҡыҙы РСФСР Мәғариф министрлығының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнә, “Өлкән уҡытыусы”, “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы” исемдәренә лайыҡ була, 2006 йылда уға З.Биишева исемендәге әҙәби премия тапшырыла, Фирғәт Зиннәт улы хаҡлы рәүештә “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” тигән исемде йөрөтә.Илсеғоловтар өс улға ғүмер биреп, оло тормош юлына сығарған. Өлкән улдары Ренарт оҙаҡ йылдар хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләп, подполковник дәрәжәһендә хаҡлы ялға сыҡҡан, әлеге көндә Мораҡ нефть ҡыуҙырыу станцияһында эшләй, тормош иптәше Әлиә менән өс бала үҫтерәләр. Икенсе улдары Илфат баш ҡалала нефть эшкәртеү заводында производство мөдире булып тир түгә. Ул да тормош иптәше Розалия менән өс балаға ғүмер биргән. Кесе улдары Рифат Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһында эшләй, кәләше Алһыу менән өс бала тәрбиәләй. Рәшиҙә апай менән Фирғәт ағайҙың намыҫлы, эшһөйәр кешеләр булыуы районда һәр кемгә билдәле. Мине айырыуса уларҙың бер-береһенә ҡарата булған йылы мөнәсәбәте, хәстәрлеге һоҡландырҙы.Тупһа аша атлап ингән ҡартлыҡты бер уйлы, бер фекерле, бер йән, бер тән булып ҡаршы алыу бәхете һәр кемгә лә тәтемәй, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Илсеғоловтар иһә йәшлек хистәрен тулыһынса һаҡлап ҡалған, бер-береһен аяп, хәстәрләп тора. Кемдең ире теге йәки был иҫтәлекле датала ресторанға, ял йорттарына алып бара? Бик һирәк күренеш, эйеме? Фирғәт ағай иһә донъя мәшәҡәттәренән арындырыу өсөн ҡатынына йыш ҡына ошондай көтөлмәгән ҡыуаныстар эшләй.Әйткәндәй, был гүзәл пар киләһе йыл үҙҙәренең алтын туйҙарын билдәләй. Уларға артабан да бер-береһенә кәрәк һәм терәк булып оҙон ғүмер кисерергә, гәүһәр, таж туйҙарын да ҡаршыларға насип булһын!

- Һаумы, Гөлназ һылыу... Кисә Фирғәт ағайың Мәләүезгә ресторанға алып барғайны, шуға һиңә шылтырата алманым...
Педагогик хеҙмәт ветераны Рәшиҙә апай Илсеғолованың бәрхәт кеүек тауыш менән шылтыратыуы яңы башланып ҡына торған эш көнөмдө йәмләне, кәйефте күтәрҙе. Эй, яратам да инде шундай матур кешеләрҙе! Күңеле менән дә, бар булмышы менән дә матур кешеләр улар – Илсеғоловтар!
Ибраһим (Өмөтбай) ауылында донъяға килгән Рәшиҙә апай йүнәлтмә буйынса Теләүембәт мәктәбенә эшкә килеп, 39 йыл ғүмерен балаларға белем биреүгә бағышлаһа, тормош иптәше Фирғәт Зиннәт улы
байтаҡ йылдар Теләүембәт ауыл Советын етәкләй.
Улдарҙың фиҙаҡәр хеҙмәттәре лайыҡлы баһаланған: Рәшиҙә Мәхийән ҡыҙы РСФСР Мәғариф министрлығының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнә, “Өлкән уҡытыусы”, “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы” исемдәренә лайыҡ була, 2006 йылда уға З.Биишева исемендәге әҙәби премия тапшырыла, Фирғәт Зиннәт улы хаҡлы рәүештә “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” тигән исемде йөрөтә.
Илсеғоловтар өс улға ғүмер биреп, оло тормош юлына сығарған. Өлкән улдары Ренарт оҙаҡ йылдар хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләп, подполковник дәрәжәһендә хаҡлы ялға сыҡҡан, әлеге көндә Мораҡ нефть ҡыуҙырыу станцияһында эшләй, тормош иптәше Әлиә менән өс бала үҫтерәләр. Икенсе улдары Илфат баш ҡалала нефть эшкәртеү заводында производство мөдире булып тир түгә. Ул да тормош иптәше Алһыу менән өс балаға ғүмер биргән. Кесе улдары Рифат Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһында эшләй, кәләше Розалия менән өс бала тәрбиәләй.
Рәшиҙә апай менән Фирғәт ағайҙың намыҫлы, эшһөйәр кешеләр булыуы районда һәр кемгә билдәле. Мине айырыуса уларҙың бер-береһенә ҡарата булған йылы мөнәсәбәте, хәстәрлеге һоҡландырҙы.Тупһа аша атлап ингән ҡартлыҡты бер уйлы, бер фекерле, бер йән, бер тән булып ҡаршы алыу бәхете һәр кемгә лә тәтемәй, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Илсеғоловтар иһә йәшлек хистәрен тулыһынса һаҡлап ҡалған, бер-береһен аяп, хәстәрләп тора. Кемдең ире теге йәки был иҫтәлекле датала ресторанға, ял йорттарына алып бара? Бик һирәк күренеш, эйеме? Фирғәт ағай иһә донъя мәшәҡәттәренән арындырыу өсөн ҡатынына йыш ҡына ошондай көтөлмәгән ҡыуаныстар эшләй.
Әйткәндәй, был гүзәл пар киләһе йыл үҙҙәренең алтын туйҙарын билдәләй. Уларға артабан да бер-береһенә кәрәк һәм терәк булып оҙон ғүмер кисерергә, гәүһәр, таж туйҙарын да ҡаршыларға насип булһын!
Читайте нас