Мораҙым
+6 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
9 Мая 2021, 05:16

Мәңгелек дан һеҙгә, яугирҙар!

Яңы Петровка ауыл биләмәһенә ҡараған Яңы Петровка, Бикеш, Сәйетҡол, Муса ауылдары, Иҫке Хвалын утары халҡы ла дәһшәтле йылдарҙа Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыуға сикһеҙ ҙур өлөш индергән. Ошо ерҙәрҙә тыуып үҫкән 310 ир-егет, илдә дау ҡупҡас, ҡулына ҡорал алып Тыуған ил һағына баҫҡан. Әлеге көндә биләмәлә тик бер генә һуғыш ветераны ҡалған – Әхмәтйән Кәримов Бикеш ауылында ғүмер кисерә. Кисә Сәйетҡол ауылында ла Бөйөк Еңеү көнөнә арналған тантаналы сара уҙған. Унда мәғариф, мәҙәниәт, ауыл биләмәһе хакимиәте хеҙмәткәрҙәре, уҡыусылар һәм балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре, шулай уҡ һуғыш ветеранының тол ҡатыны, тыл эшсәне Миңлекамал Ғәйнуллина, йәнә бер тыл эшсәне Ғәшүрә инәй, һуғыш балалары Баныу һәм Зәлифә Сәйетбатталовалар, Миңлегөл Әбделсәләмова ҡатнашҡан.

Добавить в предпочтительные источники Google
Яңы Петровка ауыл биләмәһенә ҡараған Яңы Петровка, Бикеш, Сәйетҡол, Муса ауылдары, Иҫке Хвалын утары халҡы ла дәһшәтле йылдарҙа Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыуға сикһеҙ ҙур өлөш индергән. Ошо ерҙәрҙә тыуып үҫкән 310 ир-егет, илдә дау ҡупҡас, ҡулына ҡорал алып Тыуған ил һағына баҫҡан. Әлеге көндә биләмәлә тик бер генә һуғыш ветераны ҡалған – Әхмәтйән Кәримов Бикеш ауылында ғүмер кисерә.
Кисә Сәйетҡол ауылында ла Бөйөк Еңеү көнөнә арналған тантаналы сара уҙған. Унда мәғариф, мәҙәниәт, ауыл биләмәһе хакимиәте хеҙмәткәрҙәре, уҡыусылар һәм балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре, шулай уҡ һуғыш ветеранының тол ҡатыны, тыл эшсәне Миңлекамал Ғәйнуллина, йәнә бер тыл эшсәне Ғәшүрә инәй, һуғыш балалары Баныу һәм Зәлифә Сәйетбатталовалар, Миңлегөл Әбделсәләмова ҡатнашҡан.
Читайте нас