Кисә иң ҡыйыу һөнәр эйәләре – янғын һүндереүселәр үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Мораҡ ауылында урынлашҡан 84-се янғын-ҡотҡарыу часы тәүлек әйләнәһенә район халҡының именлеге һағында тора, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе туҡтатырға, кеше ғүмерен хәүефтән ҡотҡарырға, авария-ҡотҡарыу эштәрен башҡарып сығырға атлығып тороусылар араһында был хеҙмәткә ун йылға яҡын ғүмерен бағышлаған Илсур Ҡунаҡбаев та бар.
Илсур – Туйөмбәт ауылы егете, республикаға ғына түгел, бөтә илгә билдәле булған халыҡ яҙыусыһын биргән данлыҡлы ауылдың хөрмәтле кешеләре - Гөлшат менән Рәис Ҡунаҡбаевтарҙың татыу ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килә. Бала сағы, үҫмер йылдары ауыл ерендә үткән егет артабанғы яҙмышын ауыл менән бәйләүҙе хуп күрә, әрме хеҙмәтен үтәп ҡайтҡас (2013-2014 йылдарҙа Мәскәү янында космик ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт иткәндә янғын машинаһы өсөн яуаплы булыуы, унда водитель булып хеҙмәт итеүе егеткә артабанғы һөнәр һайлауға этәргес була), Мораҡ ауылындағы 84-се янғын-ҡотҡарыу часына водитель булып урынлаша.
Физик ныҡлыҡ, һалҡын аҡыл, көс һәм етеҙлек талап иткән хеҙмәттә нәҡ бына Илсур кеүек йәш һәм төплө белгестәргә ихтыяж ҙур. 3 йыл водитель булып эшләгәс, Илсур Рәис улын бүлексә командиры итеп үрләтәләр, ул бында ла һынатмай, был хеҙмәтте осраҡлы һайламағанын дәлилләп, үҙ бурыстарын оло яуаплылыҡ һәм намыҫ менән лайыҡлы үтәй.
- Эш оҡшаймы? – тип һорайбыҙ Илсурҙан.
– Эйе, - ти ул ихлас йылмайып. – Минең менән бергә эшләгән 3-сө ҡарауыл эшсәндәре – ҡарауыл начальнигы Павел Застеба, янғын һүндереүселәр Әлфир Хоҙайғолов, Рөстәм Хәлитов, Илшат Азаматов, водителдәр Булат Иҫәнбаев, Константин Савин, диспетчер Резеда Ишмәтовалар һәр береһе үҙ эшенә яуаплы ҡарай, иңдәренә йөкмәтелгән бурысты намыҫ менән үтәй. Апаруҡ йылдар бергә эшләгәс, хәҙер беҙ бер ғаилә кеүекбеҙ, бер-беребеҙгә өйрәнеп бөткәнбеҙ, бер-беребеҙҙе ярты һүҙҙән аңлап торабыҙ. Янғын ваҡытында уйлап торорға ваҡыт юҡ, шуға бер-береңде аңлау, эштең яйға һалынған булыуы мөһим. Эштән бушаған ваҡыттарҙа ла осрашабыҙ, бер-беребеҙгә ярҙам итеп торабыҙ.
Форсаттан файҙаланып, етәкселәребеҙҙе, үҙемдең хеҙмәттәштәремде һөнәри байрамыбыҙ менән ҡотлайым, көндәребеҙ-төндәребеҙ тыныс үтһен, янғын һәм башҡа хәүеф-хәтәр мөмкин тиклем әҙерәк булһын, ә үҙебеҙ һау-сәләмәт булайыҡ, - ти Илсур Ҡунаҡбаев.
– Ғәҙәти бер эш көнөгөҙ тураһында һөйләгеҙ әле, – тип тә ҡыҙыҡһынабыҙ унан.
– Беҙҙең эш көнө хәрби хеҙмәттәге кеүек, һәр минуты, сәғәте ҡәтғи режим буйынса яҙылған. Эшкә килеү менән хәрби формаларҙы ғәҙәттән тыш хәлгә әҙерләп, сафҡа теҙеләбеҙ. Етәкселек шәхси составты тикшереп, һәр беребеҙҙе, төп бурыстарҙы билдәләп сыҡҡас, дежур иткән ҡарауылдан дежурлыҡты, техниканы, инструменттарҙы, янғын-техник ҡорамалдарҙы ҡабул итеп алабыҙ. Саҡырыу булһа, тиҙерәк ярҙам кәрәк булған ергә ашығабыҙ. Тревога булмағанда көндөң тәүге яртыһы уҡыу өлөшөнә бағышлана: янғындарҙы, уларҙа нисек эшләгәнде тикшерәбеҙ, ҡайһы осраҡта дөрөҫ эшләгәнебеҙҙе, ә ҡайһы осраҡта нисек дөрөҫөрәк эшләргә тейеш икәнлекте өйрәнәбеҙ, етешһеҙлектәрҙе барлайбыҙ һәм һығымталар яһайбыҙ.
Көндөң икенсе яртыһы практик занятиеларға арнала. Янғын ваҡытында кейгән махсус кейемдәрҙе ваҡытҡа, тиҙлеккә кейеп һ.б. күнекмәләр үткәрәбеҙ, янғын сығыу ихтималлығы булған ҙур һәм күп кеше ғүмерҙәренә хәүеф менән янаған объекттарҙы өйрәнәбеҙ. Ҡалған эш көнө һәр кемдең үҙ ҡарамағына бирелә: водителдәр автомобилдәрен ҡарай, янғын һүндереүселәр янғын-техник ҡорамалдарҙы тикшерә, етешһеҙлектәрҙе бөтөрә. Физик әҙерлекккә лә ҙур иғтибар бирәбеҙ, турникта, бурсаларҙа шөғөлләнәбеҙ, тирә-яҡты йыйыштырыу менән дә мәшғүл булабыҙ, экологик өмәләрҙән дә ситтә ҡалмайбыҙ. Юл-транспорт аварияһы булған ергә лә ярҙамға ашығабыҙ, - ти ҡәтғи эш тәртибенән, аҙым һайын хәүеф һағалаған тынғыһыҙ хеҙмәттән ҡурҡмаған егет.
Эштән бушаған ваҡыттарында ул ҙур хужалыҡ тотҡан атаһына хужалыҡ эштәрендә ярҙам итә, физик әүҙемлекте яратҡан егет спорт менән дә шөғөлләнә, айырыуса тау саңғыһында шыуырға ярата.
Хәүеф янаған һөнәр эйәләре араһында осраҡлы кешеләр булмай, тигәнде йыш ишетергә тура килә. Был, ысынлап та, шулайҙыр. Үҙ ғүмерен, һаулығын хәүеф аҫтына ҡуйып, кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарыр өсөн ярҙамға ашыҡҡан, намыҫ менән хеҙмәт иткән янғын һүндереүселәргә ауыр эштәрендә уңыштар, тыныс көндәр-төндәр теләйек!