Мораҙым
+12 °С
Дождь
ЙӘМҒИӘТ
23 Апреля 2021, 07:35

“Халыҡ менән бергә эшләйбеҙ...”

Муниципаль власты халыҡҡа иң яҡын торған власть тип бушҡа әйтмәйҙәр: урындағы үҙидара органдары – район һәм ауыл биләмәләре хакимиәттәре районда йәшәүселәрҙе лә, ауылдарҙағы проблемаларҙы ла яҡшы белә. Был, бер яҡтан, күп эштәрҙе халыҡҡа таянып, бергә-бергә эшләргә ярҙам итһә, икенсе яҡтан, оло яуаплылыҡ та: ауылдаштары, яҡташтары тарафынан һайланып ҡуйылған етәксе үҙенә күрһәтелгән ышанысты аҡларға тейеш. Теләүембәт ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Зөбәйер Рәхмәт улы Әбдрәхимовтың яуаплы вазифаға тәғәйенләнеүенә өс йыл. Ошо ваҡыт эсендә ул ярайһы уҡ ҙур эш тәжрибәһе туплап өлгөргән. - Яҡташтарым менән уртаҡ тел табыу ауыр булманы. Улар мине, мин уларҙы яҡшы беләбеҙ. Ауыл биләмәһе башлығы ниндәйҙер кимәлдә халыҡ яҙмышы, тормошо өсөн дә яуап бирә – бына был инде оло яуаплылыҡ! Ауыл ерендә бар нәмә күҙ алдында, һәр аҙым, һәр эш ус төбөндәгеләй күренә. Күп эштәрҙе ауылдаштар, яҡташтар менән бергәләп хәл итәбеҙ, тормошҡа ашырабыҙ, - ти ул.

Муниципаль власты халыҡҡа иң яҡын торған власть тип бушҡа әйтмәйҙәр: урындағы үҙидара органдары – район һәм ауыл биләмәләре хакимиәттәре районда йәшәүселәрҙе лә, ауылдарҙағы проблемаларҙы ла яҡшы белә. Был, бер яҡтан, күп эштәрҙе халыҡҡа таянып, бергә-бергә эшләргә ярҙам итһә, икенсе яҡтан, оло яуаплылыҡ та: ауылдаштары, яҡташтары тарафынан һайланып ҡуйылған етәксе үҙенә күрһәтелгән ышанысты аҡларға тейеш. Теләүембәт ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Зөбәйер Рәхмәт улы Әбдрәхимовтың яуаплы вазифаға тәғәйенләнеүенә өс йыл. Ошо ваҡыт эсендә ул ярайһы уҡ ҙур эш тәжрибәһе туплап өлгөргән.
- Яҡташтарым менән уртаҡ тел табыу ауыр булманы. Улар мине, мин уларҙы яҡшы беләбеҙ. Ауыл биләмәһе башлығы ниндәйҙер кимәлдә халыҡ яҙмышы, тормошо өсөн дә яуап бирә – бына был инде оло яуаплылыҡ!
Ауыл ерендә бар нәмә күҙ алдында, һәр аҙым, һәр эш ус төбөндәгеләй күренә. Күп эштәрҙе ауылдаштар, яҡташтар менән бергәләп хәл итәбеҙ, тормошҡа ашырабыҙ, - ти ул.
Читайте нас