Мораҙым
0 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
22 Апреля 2021, 06:10

Булдыҡлы, намыҫлы ысын ир аҫылы

Тиҙҙән, 26 апрелдә, Чернобыль атом электр станцияһындағы аварияға 35 йыл тула. Киев өлкәһендәге Припять йылғаһы ярында урынлашҡан, күркәмлеге һәм ыҡсымлығы менән тирә-яҡты йәлеп иткән Чернобыль 86-сы йылғы фажиғәнән, йәғни атом электр станцияһының дүртенсе энергия блогы шартлағандан һуң, ташландыҡ ҡала статусына эйә була. Трагедиянан һуң 30 километр зонанан 115 меңдән артыҡ кеше эвакуациялана, 600 меңдән артыҡ кеше (шул иҫәптән беҙҙең райондан да 60 ир-ат!) авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнаша. Һеҙ фотола күргән хөрмәтле яҡташыбыҙ, райондың һәм Мәҡсүт ауылының абруйлы кешеләренең береһе – Салауат Хөсәйенов та алыҫ 80-селәрҙә алты ай дауамында зарарлы зонала эшләп, авария эҙемтәләрен бөтөрөүгә тос өлөш индергән ысын ир аҫылы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Тиҙҙән, 26 апрелдә, Чернобыль атом электр станцияһындағы аварияға 35 йыл тула.
Киев өлкәһендәге Припять йылғаһы ярында урынлашҡан, күркәмлеге һәм ыҡсымлығы менән тирә-яҡты йәлеп иткән Чернобыль 86-сы йылғы фажиғәнән, йәғни атом электр станцияһының дүртенсе энергия блогы шартлағандан һуң, ташландыҡ ҡала статусына эйә була. Трагедиянан һуң 30 километр зонанан 115 меңдән артыҡ кеше эвакуациялана, 600 меңдән артыҡ кеше (шул иҫәптән беҙҙең райондан да 60 ир-ат!) авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнаша.
Һеҙ фотола күргән хөрмәтле яҡташыбыҙ, райондың һәм Мәҡсүт ауылының абруйлы кешеләренең береһе – Салауат Хөсәйенов та алыҫ 80-селәрҙә алты ай дауамында зарарлы зонала эшләп, авария эҙемтәләрен бөтөрөүгә тос өлөш индергән ысын ир аҫылы.
Ул 1945 йылда Мәҡсүт ауылында ете бала тәрбиәләнгән эшһөйәр ғаиләлә тыуған. Бөйөк Ватан һуғышында ярты һаулығын ҡалдырып ҡайтыуына ҡарамаҫтан урында яуаплы вазифаларҙы намыҫ менән башҡарған атаһы – Ғәлим Әбүбәкер улы һәм колхоз, совхоз эштәренән һис ситтә ҡалмаған әсәһе Миңъямал Әбдрәхмән ҡыҙы тәрбиәһендә Салауат та бәләкәйҙән ауыл эше менән сынығып, икмәкте хәләл көс менән табырға өйрәнеп үҫә. Армиянан һуң район һаҡлыҡ кассаһының ревизор-инспекторы булып эшләп, Киргизияла сантехник кеүек ябай һөнәр эйәһе булараҡ та үҙен һынап, апаруҡ тормош һәм хеҙмәт тәжрибәһе туплай. Октябрск совхозының “Новый путь” бүлексәһендә көтөү көтөүсе, водитель, баш ҡалала техникум бөткәс совхоз механигы, гараж мөдире, Николай Скороваров ҡулы аҫтында эшләгән осорҙа транспорт буйынса директор урынбаҫары вазифаларын ҙур намыҫ менән башҡара. Лайыҡлы хеҙмәте тураһында уның төрлө йылдарҙа юғарынан алынған маҡтау ҡағыҙҙары һөйләп тора. Икенсе яртыһы, илле йылдан артыҡ тормош юлдарын иңгә-иң терәшеп үткән Ғәлиә Аглеевна ла 40 йыл ғүмерен мәғариф өлкәһенә бағышлаған һәм фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн “РФ-ның мәғариф отличнигы”, “БР-ҙың атҡаҙанған мәғариф эшсәне”исемдәренә лайыҡ булған эшһөйәр, әүҙем заттан. Чернобылдән зарарланып ҡайтҡан тормош юлдашының сәләмәтлеген ҡайғыртып, ҡәҙерлеһенә ныҡлы терәк булған хәстәрлекле ҡатын да, һөйөклө улдары, ейән-ейәнсәрҙәре өсөн йән атып тороусы изгелекле әсә, өләсәй ҙә ул. Донъя йәмен тойоп, Хоҙай биргән һаулыҡҡа, һәр яҡты көнгә шөкөр итеп йәшәй белеүсе Ғәлиә менән Салауат Хөсәйеновтарҙың татыу ғаиләһе – Мәҡсүт ауылының сағыу биҙәге.
Ә бына ныҡлы быуындан булған булдыҡлы, таһыл, тормошто яратыусы Салауат Ғәлим улының Чернобыль ере менән бәйле хәтирәләрен баҫмабыҙҙың йома һанында уҡырға мөмкин.
Читайте нас