“Тәүәкән” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте игенселәре иң тәүгеләрҙән булып яҙғы баҫыу эштәренә тотондо.
Волостновка бригадаһында механизатор Владислав Хренов менән уның алмашсыһы Рөстәм Фәтҡуллин үҙ йөрөшлө “Томан - 2” һиптергесе менән 320 гектар майҙан биләгән ужым арышын өҫтәмә туҡландыралар.
“Урал” машинаһында водитель Ғизәтулла Иҫәнбәков һәм эшсе Руслан Бикбов аммиак селитраһын тейәү менән мәшғүл булһа, Салауат Аҫылбаев “КамАЗ” менән ташый.
Улар артынса Ринат Юлдашбаев, Динар Йомағужин һәм Илшат Әбдрәхимов “МТЗ” тракторҙарында сәсеүлектәрҙе тырматырға сыҡты.
“Утар” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә ҡышҡы культуралар 300 гектар майҙанды биләй. Йәмғиәт эшсәндәре Юнир Айытҡолов, Юнир Хөсәйенов һәм Виктор Афанасьев шулай уҡ яҙғы баҫыу эштәренә тотондо.
Хәйерле сәғәттә, игенселәр! Эштәрегеҙ һәр саҡ уң булһын!