Мораҙым
-4 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
9 Апреля 2021, 07:25

Тормошто гөл итеү ҙә, көл итеү ҙә - үҙеңдән

Яҙмыш, тәҡдир тиһәләр ҙә, күп нәмә кешенең үҙенән тора. Тормошоңдо гөл итәһеңме, әллә көлгә әйләндерәһеңме – үҙ ҡулыңда. Кемдер һау-сәләмәт булып та, Хоҙайҙың һәр бирмеш көнөн зарланып уҙғара, икенсе берәү иһә һаулыҡҡа туйына алмай, физик мөмкинлектәре сикләнгән булһа ла, тырышып-тырмашып донъя көтә. Башҡортостан егете Рөстәм Нәбиевты ғына алайыҡ, армияла казарма емерелгәндә аяҡһыҙ ҡалған егет үҙенең көслө рухлы булыуы арҡаһында ғына юғалып ҡалманы, бөгөн уны билдәле спортсы һәм бөтөн Рәсәйгә билдәле блогер тип беләләр. Ике аяҡһыҙ егет хатта Эльбрусҡа ла күтәрелде! Өлгө алырлыҡ көслө рухлы кешеләр беҙҙең районда ла бар һәм булған. Шуларҙың береһе - I Түкәт ауылында тыуып үҫкән Сәлихҡолов Хаҡҡолой Ғизелхаҡ улы. Уның һулаҡай ҡулы тыумыштан зәғиф, терһәккә тиклем генә була. Хаҡҡолой ағай бәләкәйҙән спортты үҙ итә, һәр ауыл балаһы кеүек барлыҡ эштәрҙе эшләп үҫә, юғары белем ала, Мәймүнә исемле сибәр ҡыҙ менән ғаилә ҡороп, матур ғүмер юлы үтә.Хаҡҡолой ағай хәҙер яҡты донъяларҙа юҡ инде, әммә уның хаҡындағы яҡты иҫтәлектәр яҡташтары күңелендә һаман да йәшәй. Уны яҡшы белгәндәр көслө рухлы уҙаманды йәштәргә өлгө итеп ҡуя.

Добавить в предпочтительные источники Google
Яҙмыш, тәҡдир тиһәләр ҙә, күп нәмә кешенең үҙенән тора. Тормошоңдо гөл итәһеңме, әллә көлгә әйләндерәһеңме – үҙ ҡулыңда. Кемдер һау-сәләмәт булып та, Хоҙайҙың һәр бирмеш көнөн зарланып уҙғара, икенсе берәү иһә һаулыҡҡа туйына алмай, физик мөмкинлектәре сикләнгән булһа ла, тырышып-тырмашып донъя көтә. Башҡортостан егете Рөстәм Нәбиевты ғына алайыҡ, армияла казарма емерелгәндә аяҡһыҙ ҡалған егет үҙенең көслө рухлы булыуы арҡаһында ғына юғалып ҡалманы, бөгөн уны билдәле спортсы һәм бөтөн Рәсәйгә билдәле блогер тип беләләр. Ике аяҡһыҙ егет хатта Эльбрусҡа ла күтәрелде!
Өлгө алырлыҡ көслө рухлы кешеләр беҙҙең районда ла бар һәм булған. Шуларҙың береһе - I Түкәт ауылында тыуып үҫкән Сәлихҡолов Хаҡҡолой Ғизелхаҡ улы.
Уның һулаҡай ҡулы тыумыштан зәғиф, терһәккә тиклем генә була. Хаҡҡолой ағай бәләкәйҙән спортты үҙ итә, һәр ауыл балаһы кеүек барлыҡ эштәрҙе эшләп үҫә, юғары белем ала, Мәймүнә исемле сибәр ҡыҙ менән ғаилә ҡороп, матур ғүмер юлы үтә.
Хаҡҡолой ағай хәҙер яҡты донъяларҙа юҡ инде, әммә уның хаҡындағы яҡты иҫтәлектәр яҡташтары күңелендә һаман да йәшәй. Уны яҡшы белгәндәр көслө рухлы уҙаманды йәштәргә өлгө итеп ҡуя.
Читайте нас