Мораҙым
+24 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
9 Апреля 2021, 11:55

Депутат үҙ вәкәләттәрен һалды...

Бөгөн район хакимиәтендә бишенсе саҡырылыш район Советының алтынсы ултырышы уҙғарылды. Сарала район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Ғайса Янбаев һәм уның урынбаҫарҙары, бүлек начальниктары, район прокуратураһы һәм ваҡытлы матбуғат саралары вәкилдәре ҡатнашты. Район тормошона ҡағылышлы көнүҙәк мәсьәләләр менән унда йәнә бер мөһим мәсьәлә ҡаралды: депутаттарҙың береһенең вәкәләттәре ваҡытынан алда туҡтатылды. Ҡайһы депутаттың вәкәләттәре ваҡытынан алда туҡтатылды һәм уның сәбәбе нимәлә – был хаҡта сайтта уҡығыҙ.

Бөгөн район хакимиәтендә бишенсе саҡырылыш район Советының алтынсы ултырышы уҙғарылды. Сарала район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Ғайса Янбаев һәм уның урынбаҫарҙары, бүлек начальниктары, район прокуратураһы һәм ваҡытлы матбуғат саралары вәкилдәре ҡатнашты. Район тормошона ҡағылышлы көнүҙәк мәсьәләләр менән унда йәнә бер мөһим мәсьәлә ҡаралды: депутат Урал Ибраһимовтың вәкәләттәре ваҡытынан алда туҡтатылды. Ул вәкәләттәре ваҡытынан алда һалыу тураһында үҙ теләге менән ғариза яҙған. Сәбәбе – Урал Дамир улы Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы урынбаҫары итеп тәғәйенләнгән. Уны яңы вазифаһы менән ҡотлайбыҙ һәм яуаплы эшендә уңыштар теләйбеҙ!
Читайте нас