Түкәт - районыбыҙҙың матур тәбиғәтле ауылдарының береһе. Ул саф таҙа һыулы Энәк йылғаһы буйында урынлашҡан. Түкәт ауылы эшсән, тырыш һәм алсаҡ халҡы менән билдәле. Ошо ауылда минең Мәрзиә Абсалиҡова менән Сания Илмөхәмәтова тигән инәйҙәрем йәшәй.
Мәрзиә инәйем әсәйемдең бер туған апаһы, ул 1937 йылда Түкәт ауылында Илмөхәмәтовтар ғаиләһендә тәүге бала булып донъяға килә. Ҡартайыбыҙ Илмөхәмәтов Мырҙағәле Кинйәғәле улы һуғышҡа киткәндә уға ни бары 5 йәш, Ғәлим олатайыма 3 йәш, өләсәйем Зәбирә Муса ҡыҙы әсәйемә ауырлы булып тороп ҡала. 1944 йылда ҡартайҙың һуғышта һәләк булыуы тураһында ҡара ҡағыҙ килә. Өләсәйем ул ҡайғыны сабыр кисерҙе. Аҡыллы һәм егәрле, талапсан кеше булараҡ, һуғыш ваҡыты булһа ла балаларына ел-ямғыр тигеҙмәй, оло тормош юлына баҫтыра ала.
Мәрзиә инәйем Буҫтыбай егете Абсалиҡов Хәләф Ғәифйән улына кейәүгә сығып, Түкәт ауылында илле ике йыл бергә ғүмер кисерәләр. Хәләф олатайым Искра совхозының алдынғы тракторсыһы булһа, Мәрзиә инәй сөгөлдөр утау, быҙау ҡарау кеүек эштәрҙе башҡара. Улар биш балаға ғүмер бүләк итә. Балалары төрлө һөнәр алып, эшләп, хәҙер үҙҙәре хаҡлы ялдалар, ғаиләләре менән Стәрлетамаҡ, Мәләүез ҡалаларында һәм Йомағужа ауылында матур итеп донъя көтәләр. Шулай ҙа тормош гел яҡты көндәрҙән генә тормай шул. Ауырлыҡтарҙы артта ҡалдырып, балаларҙы үҫтереп, гөрләшеп йәшәргә ҡалғас, бер-бер артлы ҡайғылары ла өҫтәлә. Мәрзиә инәйемә йәшләй генә һылыуын, ҡәҙерле төпсөк ҡыҙын, улын һәм олатайымды һуңғы юлға оҙатырға тура килде. Әлеге көндә шуныһы ҡыуаныслы: өлкән улы Кәбир, ҡыҙҙары Рәзилә менән Нурия ғаиләләре, ейән-ейәнсәрҙәре менән ҡайтып, хәлен белешеп, хәстәрләп торалар.
Ғәлим олатайым Туйөмбәт ауылы ҡыҙы Сания Ҡунаҡбаеваға өйләнә. Улар 40 йыл бергә йәшәйҙәр, биш бала үҫтерәләр. Ғәлим олатайым совхозда комбайнер ҙа, малсы ла булып эшләне. Уның намыҫлы хеҙмәте өсөнсө дәрәжә Хеҙмәт даны ордены менән баһаланды. Ул ябай һәм йомшаҡ күңелле кеше ине, шуныһы үкенесле, 62 йәшендә генә мәрхүм булып ҡалды. Сания инәйем совхозда сөгөлдөрөн дә утаны, башҡа эштәрҙә лә ҡатнашты. Сания инәйем менән Ғәлим олатайым ҡырҡ йыл бергә татыу ғүмер иттеләр, бик татыу йәшәнеләр, гөрләтеп донъя көттөләр. Беҙ – балалар Түкәттә булғанда өйәңке төбөндә бер ишек алды булып уйнар инек, шул саҡтарҙа бер ваҡытта ла уларҙың ҡараңғы йөҙҙәрен күрмәнек.
Сания инәйем менән Ғәлим олатайымдың балалары барыһы ла ғаиләле, төрлө ерҙәрҙә йәшәйҙәр. Оло улдары Юлай Мәләүез ҡала хакимиәтендә ауыл хужалығы бүлегендә иҡтисадсы, Әхәт – филология фәндәре кандидаты, БР Мәғарифты үҫтереү институтында өлкән уҡытыусы булып эшләйҙәр. Илфат мал табибы һөнәрен һайлаһа, ике ҡыҙҙары Лилиә һәм Нажиә – уҡытыусылар, Мәләүез ҡалаһындаэшләйҙәр һәм йәшәйҙәр.
Һәр ауылдың ҡатын-ҡыҙҙары кеүек инәйемдәр тыуған ерҙәренең емеш-еләктәрен йыйып, баҡса ултыртып, картуф үҫтереп, гөрләтеп мал аҫрап донъя көттөләр. Бушыраҡ ваҡыттары ҡалһа, шәл бәйләрҙәр ине. Бәйләгән шәлдәрен Ырымбур ҡалаһына алып барып һатып, балаларға мәктәп кәрәк-яраҡтары, өҫ һәм аяҡ кейемдәре алырҙар ине. Заманына күрә ауылыбыҙҙа ниндәй уңған, йүнсел, оло йөрәкле әсәйҙәр, өләсәйҙәр, инәйҙәр йәшәгән. Уларҙың тормошо өлгөлө хеҙмәттә үткән.
Әлеге ваҡытта Мәрзиә инәйем дә, Сания инәйем дә һикһән йәштәрен тултырҙылар. Тыуған йорттарының нигеҙҙәрен һыуытмайынса, балаларын ҡаршылап, оҙатып, Түкәт ауылында йәшәйҙәр. Улар бер-береһе, күршеләре менән аралашып, ҡатнашып һәүетемсә генә үҙ йорттарында донъя көтәләр. Мәрзиә инәй гәзит алдырып уҡыһа, Сания инәйем китап уҡыуға әүәҫ. Балалары үҙҙәрен хәстәрләп тора, йорттарына һыу индерелгән, газ үткән, өйҙәре йылы, көн дә кәрәҙле телефон аша аралашып, һөйләшеп торалар. Фельдшер Эльза Илмөхәмәтова кәрәкле дарыуҙар килтереп, хәлдәрен белә, күршеләре күҙ-ҡолаҡ булып тора. Мәрзиә инәйем: “Аллаһы Тәғәләгә шөкөр итәйек, тыныс тормошта йәшәйбеҙ бит, һуғыш булмаһын, береһе лә балалар ҡайғыһы күрмәһен, Хоҙай сабырлыҡ бирһен”, - ти.
Инәйҙәрем - ябай ғына ауыл ҡатындары булһа ла, матур тормош юлы үткәндәр. Бала саҡтары ауыр һуғыш йылдарына тура килеп, атайһыҙ үҫһәләр ҙә, уларҙың зарланып ултырғандарын ишетмәҫһең. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының холҡона хас булған, сабырлыҡ, баҫалҡылыҡ – уларҙа. Тура һүҙлерәк Мәрзиә инәйем “бикәм” була белһә, ҡайҙалыр өндәшмәй ҡала белгән Сания инәйем “килен” була белеп алтмыш йыл бергә ғүмер итәләр. Ҡайһыһына барып инһәң дә: “Тәүҙә инәйеңдең хәлен белдеңме?”, - тип бер-береһен ҡайғыртып торалар. Балалар араһында татыулыҡ һаҡланылар, туғандарын аралаштырып үҫтерҙеләр. Минең шатлыҡлы, ҡайғылы көндәремдә лә бергә булдылар. Мин уларға шуның өсөн бик рәхмәтлемен. Ҡалған ғүмерҙәрен дә ауырымай-һыҙланмай, ҡәҙер-хөрмәттә йәшәүҙәрен теләйем.
Хөрмәтле гәзит уҡыусылар, Сания инәй Илмөхәмәтованың күңел түрендә һаҡланған шиғырҙарын һеҙгә лә тәҡдим итәбеҙ.