Мораҙым
+13 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
29 Марта 2021, 13:59

Башҡортостанда Асҡын районы башлығы Ришат Дихин менән хушлаштылар

Бөгөн Асҡын ауылы Мәҙәниәт йортонда Асҡын районы хакимиәте башлығы Ришат Дихин менән хушлашыу тантанаһы уҙҙы. Ул 33 йәшендә коронавирус инфекцияһынан вафат булды. Сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев, күрше район хакимиәттәре башлыҡтары, Ришат Дихиндың туғандары, дуҫтары, коллегалары, Асҡын халҡы ҡатнашты. Радий Хәбиров бөгөн Асҡын районына барғанда йөрәге һыҡрауын әйтте – иптәштәреңде һуңғы юлға оҙатыу һәр ваҡыт ауыр.

Бөгөн, 29 мартта, Асҡын ауылы Мәҙәниәт йортонда Асҡын районы хакимиәте башлығы Ришат Дихин менән хушлашыу тантанаһы уҙҙы. Ул 33 йәшендә коронавирус инфекцияһынан вафат булды. Сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев, күрше район хакимиәттәре башлыҡтары, Ришат Дихиндың туғандары, дуҫтары, коллегалары, Асҡын халҡы ҡатнашты. Радий Хәбиров бөгөн Асҡын районына барғанда йөрәге һыҡрауын әйтте – иптәштәреңде һуңғы юлға оҙатыу һәр ваҡыт ауыр.
«Ришат Марат улы беҙҙең иптәш, район хакимиәте башлығы булды. Уға ни бары 33 йәш ине – йәшәргә лә әле йәшәргә. Шуға икеләтә ҡыйын. Коронавирус – бик мәкерле сир. Йәп-йәш кешене юғалттыҡ. Ришат Марат улы ике йыл беҙҙең командала эшләне. Асҡын районы хакимиәте башлығы вазифаһына кандидатура эҙләгәндә, ул Ағиҙелдә эшләп йөрөй ине. Ныҡ әүҙем егет булғанлыҡтан, үҙ ваҡытында уға район халҡын ышанып тапшырҙыҡ. Әҙәпле һәм позитив кеше ине. Ике йыл эшләү – бик күп түгел. Район үҫешһен өсөн ҙур пландар ҡорҙо. Районға һәм халыҡҡа яҡшы мөнәсәбәттә булды. Ул ике юғары уҡыу йортон тик яҡшы билдәләренә генә тамамлаған, районда ла отличник булырға тырышты. Уның полилингваль гимназия төҙөү идеяһы бар ине. Беҙ ошо идеяны күтәреп алырбыҙ һәм Асҡын районында уның иҫтәлегенә мәктәп төҙөрбөҙ тип уйлайым», — тине Радий Хәбиров.
Фото: Олег Яровиков
Читайте нас