Мораҙым
-2 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
23 Марта 2021, 05:00

Берәм-берәм ауа имәндәр, берәм-берәм ауа ағайҙар!

Иртә менән ауыр хәбәр йөрәктәрҙе ҡуҙғытты... Рәхимйән ағай Вахитов яҡты донъя менән хушлашып, мәңгелек донъяның ҡапҡаһын асып ингән... Ябай ғына ауыл кешеһе булып, һөнәре буйынса ижадтан байтаҡ алыҫ торһа ла, тәбиғәттән уға һәр күренеште нескә тойомлау, күргән-ишеткәндәрен оҫта итеп һүрәтләп аҡ ҡағыҙға төшөрөү һәләте бирелгәйне уға. Хәтеренә хатта йәштәр ҙә көнләшерлек ине, уның уҙғандарҙы бөгөнгөләй асыҡ һүрәтләп, тарихи яҡтан аныҡ, теүәл факттар менән тулыландырып яҙған иҫтәлектәре “Мораҙым” ғына түгел, “Йәшлек”, “Башҡортостан” гәзиттәрен дә биҙәне.Февралдең һалҡын көндәренең береһендә: “Ҡыҙым, килеп китә алмайһыңмы?”, - тип шылтыратты. Тауышы бик хәлһеҙ ине.Эш машинаһын белешкәс, үҙенә шылтыраттым. Телефонды ейәне алды. “Ул әле йоҡлай, һуңғараҡ үҙем шылтыратырмын”, - тине. Кискә табан йәнә хәбәр итте: “Яҡын арала килмәй торһон, хәлем юҡ һөйләшергә”. Ошо арала уға, бәлки, хәл керһә, барып сығырмын тип уйлағайным, насип булмаған: кисә Рәхимйән ағайыбыҙҙы ер ҡуйынына тапшырғандар... Уның район тарихын аныҡ мәғлүмәттәр менән тулыландырып яҙған мәҡәләләре, китапҡа торошло булһа ла, оло үкенескә күрә, гәзит биттәрендә генә донъя күрҙе. “Рәхимйән ағай, яҙғандарыңды үҙем туплармын, һин ...-ҡа ярҙам һорап барырһың, бәлки”, - тигәс, “Ярай, ҡыҙым, һуңғараҡ...” - тине. Гәзитебеҙҙең аҡһаҡалдары – Рауил ағай Болғаиров, Ғилметдин ағай Яппаров, Ғәлийән ағай Иҫәнбәков... Хәҙер инде Рәхимйән Вәлиулла улы... Уларҙың һәр береһе беҙҙең йөрәктәрҙә!Тыныс йоҡла, уҙаман! Урының йәннәт түрҙәрендә булһын!

Добавить в предпочтительные источники Google
Иртә менән ауыр хәбәр йөрәктәрҙе ҡуҙғытты... Рәхимйән ағай Вахитов яҡты донъя менән хушлашып, мәңгелек донъяның ҡапҡаһын асып ингән... Ябай ғына ауыл кешеһе булып, һөнәре буйынса ижадтан байтаҡ алыҫ торһа ла, тәбиғәттән уға һәр күренеште нескә тойомлау, күргән-ишеткәндәрен оҫта итеп һүрәтләп аҡ ҡағыҙға төшөрөү һәләте бирелгәйне уға. Хәтеренә хатта йәштәр ҙә көнләшерлек ине, уның уҙғандарҙы бөгөнгөләй асыҡ һүрәтләп, тарихи яҡтан аныҡ, теүәл факттар менән тулыландырып яҙған иҫтәлектәре “Мораҙым” ғына түгел, “Йәшлек”, “Башҡортостан” гәзиттәрен дә биҙәне.
Февралдең һалҡын көндәренең береһендә: “Ҡыҙым, килеп китә алмайһыңмы?”, - тип шылтыратты. Тауышы бик хәлһеҙ ине.Эш машинаһын белешкәс, үҙенә шылтыраттым. Телефонды ейәне алды. “Ул әле йоҡлай, һуңғараҡ үҙем шылтыратырмын”, - тине. Кискә табан йәнә хәбәр итте: “Яҡын арала килмәй торһон, хәлем юҡ һөйләшергә”.
Ошо арала уға, бәлки, хәл керһә, барып сығырмын тип уйлағайным, насип булмаған: кисә Рәхимйән ағайыбыҙҙы ер ҡуйынына тапшырғандар...
Уның район тарихын аныҡ мәғлүмәттәр менән тулыландырып яҙған мәҡәләләре, китапҡа торошло булһа ла, оло үкенескә күрә, гәзит биттәрендә генә донъя күрҙе. “Рәхимйән ағай, яҙғандарыңды үҙем туплармын, һин ...-ҡа ярҙам һорап барырһың, бәлки”, - тигәс, “Ярай, ҡыҙым, һуңғараҡ...” - тине.
Гәзитебеҙҙең аҡһаҡалдары – Рауил ағай Болғаиров, Ғилметдин ағай Яппаров, Ғәлийән ағай Иҫәнбәков... Хәҙер инде Рәхимйән Вәлиулла улы... Уларҙың һәр береһе беҙҙең йөрәктәрҙә!
Тыныс йоҡла, уҙаман! Урының йәннәт түрҙәрендә булһын!
Читайте нас