Күгәрсен ауылының Комсомол урамында урынлашҡан 13-сө йортта ысынлап та герой йәшәгән. Бөгөн хәрби летчик, Ҡыҙыл Байраҡ, Ҡыҙыл Йондоҙ, Миңлеғәли Шайморатов ордендары кавалеры Илдус Миңлебай улы Хәлитов йәшәгән йортҡа ла таҡтаташ ҡуйылды. Батыр һәм ҡаһарман хәрби, намыҫлы, ярҙамсыл һәм изге йөрәкле ауылдаштарының яҡты иҫтәлегенә арналған был иҫтәлекле таҡтаны ауыл биләмәһе хакимиәте эшләткән.
Илдус Миңлебай улы 1951 йылдың 22 мартында Күгәрсен районының Күгәрсен ауылында донъяға килә. Бәләкәй һәм үҫмер сағынан уҡ ул һәләтле бала була: ауыл мәктәбен, 1972 йылда Сызрань юғары хәрби авиация училищеһын алтын миҙалға тамамлай. Ошонан уның һауа, хәүеф һәм ҡаһарманлыҡ менән бәйле оло тормош юлы башлана.
Илдус Хәлитов 1972 йылда Германияла Совет ғәскәрҙәре төркөмөндә хеҙмәтен башлай, экипаж, звено командиры, эскадрилье командиры урынбаҫары була. Аҙаҡ ул Карпат буйы һәм Алыҫ Көнсығыш хәрби округтарында хеҙмәт итә. 1984 йылда Ю.А.Гагарин исемендәге Хәрби-һауа академияһын тамамлап, Одесса хәрби округында хеҙмәт итә башлай: штаб начальнигы, полк командирының беренсе урынбаҫары вазифаларын биләй. 1986-1987 йылдарҙа Афғанстандағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша.
40-сы Армияның хәрби-һауа көстәренең һауа-ут һәм тактик әҙерләү начальнигы – летчик-инспекторы вазифаһында Ҡабулға беренсе тәғәйенләнешен ала. Аҙаҡ – Ҡундуз, авиация төркөмөнөң өлкән летчигы булараҡ Файзабадҡа һәм, ниһайәт, Кандагарға “Ми-8”, “МИ-24” хәрби вертолеттарында оса.
Хәрби-һауа көстәрҙең һауа-ут һәм тактик әҙерләү начальнигы – летчик-инспекторы булараҡ хәрби частар гарнизондары араһында оса, авиация хәл-ваҡиғаларын тикшерә, вертолет ҡолаған урындарҙы ҡарай һәм сәбәптәрен асыҡлай. Был эш һөҙөмтәләре барлана һәм башҡа летчиктарға ғүмерҙәре ҡыл өҫтөндә торған киҫкен мәлдәрҙә оптималь ҡарарҙар ҡабул итергә, шуның менән унлаған, ә бәлки меңләгән ғүмерҙәрҙе һаҡлап ҡалырға ярҙам итә.
Хәлитов Илдус Миңлебай улы тыуған ауылы Күгәрсендә уҙған бөтә сараларҙа, Ураҙа, Ҡорбан байрамы кеүек дини байрамдар булһынмы, әүҙем ҡатнаша. Еңеү байрамы, 1 сентябрь, Ололар көнө лә унһыҙ үтмәй.