Бөгөн Күгәрсен ауылында Илдус Миңлебай улы Хәлитовҡа мемориаль таҡтаташ асылды.
Күгәрсен ауылының арҙаҡлы улы, хәрби летчик, Ҡыҙыл Байраҡ, Ҡыҙыл Йондоҙ, Миңлеғәли Шайморатов ордендары кавалеры Илдус Миңлебай улы Хәлитовтың тыуыуына бөгөн – 22 мартта 70 йәш тулды. Аяуһыҙ сир уны беҙҙең аранан бик иртә, 2020 йылдың 22 июлендә мәңгелеккә алып китте.
Ысын герой, батыр, ҡаһарман, көслө рухлы яҡташыбыҙҙың исемен мәңгеләштереү маҡсатында һәм уның яҡты иҫтәлегенә Күгәрсен урта мәктәбендә мемориаль таҡтаташ ҡуйылды. Мәктәпкә урынлаштырған таҡтаташты эшләүҙә Илдус Миңлебай ауылының ауылдашы, Күгәрсен ауылында тыуып-үҫеп, әлеге көндә Иҫәнғол ауылында ғүмер итеүсе эшҡыуар Риф Рәшит улы Хәлитов ярҙам иткән.
Тантанала район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Ғайса Янбаев, “Хәрби туғанлыҡ” Бөтә Рәсәй ветерандар йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Альберт Шаһиморатов, хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашыусыларҙың район йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Фәиз Хәлитов, Илдус Миңлебай улының ҡатыны Әсмә Ғәйнетдин ҡыҙы һәм ҡыҙы Регина Батталова, туғандары, дуҫтары, класташтары, ауылдаштары ҡатнашты.