Тәртип һаҡлау органдары граждандарҙың ситтә ҡалмауын һәм наркоенәйәтселәргә ҡаршы көрәштә өлөш индереүҙәрен һорай. Наркотик матдәләрҙе әҙерләү, ҡулланыу, һаҡлау һәм һатыу осраҡтары, притондарҙың урыны тураһында мәғлүмәтте Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының рәсми сайтында (
www.02.мвд.рф) “Наркотиктарға юҡ” ҡушымтаһында, шулай уҡ Рәсәй Эске эштәр министрлығының ҡала һәм райондар буйынса бүлексәләренең дежур часы телефонына хәбәр итергә мөмкин. Полиция хеҙмәткәрҙәре граждандарҙан килгән барлыҡ мөһим мәғлүмәтте тиҙ-арала тикшерәсәк.