Мораҙым
+10 °С
Ясно
ЙӘМҒИӘТ
19 Марта 2021, 03:57

Яҙ

Ҡыштың сатлама һыуыҡ көндәренән һуң тәбиғәткә йән ингәндәй булды. Март айының аҡман-тоҡман бурандары тымғас, күк йөҙө лә асылып, яҙғы ҡояш ихласыраҡ йылмайып ебәрҙе, яҙ һулышын тойоп турғайҙар сырҡылдаша, тиҙҙән тыуған яҡтарына ашҡынып-талпынып йылы яҡтан ҡоштар ҙа ҡайта башлар. Һынамыш буйынса, март башында ҡош эсерлек һыу булһа, яҙ ҙа иртәләй. Былтыр март башында көн арыу имшетһә, быйыл һыуыҡ булды. Шулай ҙа яҙ һулышы тойола. Тиҙҙән ҡоштар ҙа йылы яҡтан ҡайта башлар. Былтыр аҡҡоштар иртәрәк күренде, быйыл ҡайһылайыраҡ булыр - күҙәтербеҙ. Аҡҡош боҙ ашап килә лә, боҙ аша китә, ти халыҡ һынамышы. Тимәк, улар йылғалар боҙҙан асылып бөтмәһә лә ҡайта башлай. Бығаса Сорғояҙ тирәһендә ҡышларға ҡалғандары ла булды, Йомағужа һыу һаҡлағысында ҡышлап сыҡҡан ҡыр өйрәктәре лә күренгеләне. Ә бына ҡыр ҡаҙҙары менән торналар һуңыраҡ ҡайта. Халыҡта торналар ҡайтҡас ҡына ысын яҙ етә тигән күҙәтеү ҙә бар. Көҙөн дә улар һалҡындар ныҡлап төшә башлағас ҡына тупланып, йылы яҡҡа оса.

Добавить в предпочтительные источники Google

З. Әбдрәшитова һәм автор фотолары.
Читайте нас