Мораҙым
+16 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
19 Марта 2021, 05:02

Халыҡ-ара бәхет көнө

Халыҡ-ара бәхет көнө 20 мартта билдәләнә. Уны билдәләүҙе 2011 йылда Джейм Илайен тәҡдим итә һәм 2012 йылдың 28 июнендә БМО-ның Генераль Ассамблеяһы тарафынан 20 март - Халыҡ-ара бәхет көнө тип иғлан ителә. Резолюцияны 193 дәүләт – БМО вәкилдәре хуплай. Бәхет көнөн билдәләүҙең тәү идеяһы Бутан короллегендә тыуа. Был дәүләт халҡы тулайым милли бәхет коэффициенты буйынса лидер тип танылған. Граждандарҙың байлығы шулай үлсәнә. Шуныһы ҡыҙыҡ, шуның менән бергә матди байлыҡтарға түгел, ә традицион рухи ҡиммәттәргә: ғаиләгә, һаулыҡҡа, тәбиғәткә, дингә баҫым яһала. Был концепция бәхет тураһында Будда төшөнсәләренә нигеҙләнә. Ҡулланышҡа уны ҡырҡ йылдан ашыу элек Бутандың дүртенсе короле индергән һәм шул саҡтан бирле илдә рәсми булмаған фәлсәфәүи доктрина сифатында файҙаланыла. Бынан тыш, дәүләттең үҫеш кимәлен билдәләүҙең икенсе бер ысулы ла бар – халыҡ-ара бәхет индексы. Ул тирә-яҡ мөхит торошон сағылдырыу һәм унда йәшәүселәрҙең байлығын үлсәү өсөн файҙаланыла. Һуңғы иҫәпләүҙәргә ярашлы, иң бәхетле ил тип Коста-Рика Республикаһы атала.

Халыҡ-ара бәхет көнө 20 мартта билдәләнә. Уны билдәләүҙе 2011 йылда Джейм Илайен тәҡдим итә һәм 2012 йылдың 28 июнендә БМО-ның Генераль Ассамблеяһы тарафынан 20 март - Халыҡ-ара бәхет көнө тип иғлан ителә. Резолюцияны 193 дәүләт – БМО вәкилдәре хуплай.
Бәхет көнөн билдәләүҙең тәү идеяһы Бутан короллегендә тыуа. Был дәүләт халҡы тулайым милли бәхет коэффициенты буйынса лидер тип танылған. Граждандарҙың байлығы шулай үлсәнә. Шуныһы ҡыҙыҡ, шуның менән бергә матди байлыҡтарға түгел, ә традицион рухи ҡиммәттәргә: ғаиләгә, һаулыҡҡа, тәбиғәткә, дингә баҫым яһала. Был концепция бәхет тураһында Будда төшөнсәләренә нигеҙләнә. Ҡулланышҡа уны ҡырҡ йылдан ашыу элек Бутандың дүртенсе короле индергән һәм шул саҡтан бирле илдә рәсми булмаған фәлсәфәүи доктрина сифатында файҙаланыла.
Бынан тыш, дәүләттең үҫеш кимәлен билдәләүҙең икенсе бер ысулы ла бар – халыҡ-ара бәхет индексы. Ул тирә-яҡ мөхит торошон сағылдырыу һәм унда йәшәүселәрҙең байлығын үлсәү өсөн файҙаланыла. Һуңғы иҫәпләүҙәргә ярашлы, иң бәхетле ил тип Коста-Рика Республикаһы атала.
Читайте нас