Мораҙым
+17 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
18 Марта 2021, 09:25

Һауынсыларға һәйкәл ҡуйырға була!

Һәр эштең үҙ ауырлығы, үҙ нескәлектәре бар, әлбиттә. Шулай ҙа һауынсыларға һәйкәл ҡуйыр инем! Ауыл хужалығы тармағындағы иң ауыр эштәрҙең береһе ул! Бигерәк тә совет осорондағы һауынсыларға еңел булманы: әсәй-өләсәйҙәребеҙҙең 15-20 баш һыйырҙы көн һайын ике-өс тапҡыр ҡул менән һауыуын хәҙер инде күҙ алдына ла килтереүе ауыр. Аппарат менән һауа башлағас та эш еңелләшмәй: һыйыр һауыуҙан тыш, малға тоҡлап фураж, сөгөлдөр һығындыһы таратыу, мал аҫтын таҙартыу, яҙлы-көҙлө резинка итектә эшкә йөрөү... Ғүмер буйы таңғы 5-тә тороп, йоҡолары туймау хаҡында әйтеп тораһы ла түгел! Тәүәкән ауылында йәшәгән Мөнирә инәй Хайсарова 40 йылға яҡын ғүмерен ошо эшкә арнаған. Ул дүрт балаға ғүмер биргән: Эдуард улы ғаиләһе менән Тәүәкәндә йәшәй, пилорамала эшләй, кәләше менән 3 бала үҫтерә; 4 бала атаһы булған Шакир улы Прогреста төпләнгән, ул –янғын һүндереүсе; Йомабай исемле улын иһә “Тәүәкән” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең алдынғы механизаторы тип беләләр; ҡыҙы Сәлимә Мораҡтағы “Уралҡай” балалар баҡсаһында эшләй, тормош иптәше менән 3 балаға ғүмер биргән.- Нисек кенә ауыр булһа ла, шул йылдар барыбер һағындыра, һаулығың булһа, геүләтеп эшләп йөрөүе бер ни ҙә түгел, - ти Мөнирә инәй. Мөнирә Хөрмәтулла ҡыҙы хаҡындағы мәҡәләне гәзитебеҙҙең киләһе һанында уҡырһығыҙ!

Һәр эштең үҙ ауырлығы, үҙ нескәлектәре бар, әлбиттә. Шулай ҙа һауынсыларға һәйкәл ҡуйыр инем! Ауыл хужалығы тармағындағы иң ауыр эштәрҙең береһе ул! Бигерәк тә совет осорондағы һауынсыларға еңел булманы: әсәй-өләсәйҙәребеҙҙең 15-20 баш һыйырҙы көн һайын ике-өс тапҡыр ҡул менән һауыуын хәҙер инде күҙ алдына ла килтереүе ауыр. Аппарат менән һауа башлағас та эш еңелләшмәй: һыйыр һауыуҙан тыш, малға тоҡлап фураж, сөгөлдөр һығындыһы таратыу, мал аҫтын таҙартыу, яҙлы-көҙлө резинка итектә эшкә йөрөү... Ғүмер буйы таңғы 5-тә тороп, йоҡолары туймау хаҡында әйтеп тораһы ла түгел!
Тәүәкән ауылында йәшәгән Мөнирә инәй Хайсарова 40 йылға яҡын ғүмерен ошо эшкә арнаған. Ул дүрт балаға ғүмер биргән: Эдуард улы ғаиләһе менән Тәүәкәндә йәшәй, пилорамала эшләй, кәләше менән 3 бала үҫтерә; 4 бала атаһы булған Шакир улы Прогреста төпләнгән, ул –янғын һүндереүсе; Йомабай исемле улын иһә “Тәүәкән” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең алдынғы механизаторы тип беләләр; ҡыҙы Сәлимә Мораҡтағы “Уралҡай” балалар баҡсаһында эшләй, тормош иптәше менән 3 балаға ғүмер биргән.
- Нисек кенә ауыр булһа ла, шул йылдар барыбер һағындыра, һаулығың булһа, геүләтеп эшләп йөрөүе бер ни ҙә түгел, - ти Мөнирә инәй.
Мөнирә Хөрмәтулла ҡыҙы хаҡындағы мәҡәләне гәзитебеҙҙең киләһе һанында уҡырһығыҙ!
Читайте нас