Мораҙым
+20 °С
Дождь
ЙӘМҒИӘТ
14 Марта 2021, 09:25

Көндәрҙе нисек һынарға була?

Борондан кешеләр, көндәрҙең нисек тороуына ҡарап, йылдың ҡайһылай килерен алдан күҙалларға тырышҡан. Ошолай туп­лана килгән тәжрибә күрһәтеүенсә, марттағы көндәрҙе нисек һынарға була?15 март. Был көндә ел көньяҡтан иҫһә, йылытасаҡ, төньяҡтан булһа – һыуытҡанды көт. Ҡайһы бер йылдарҙа, ҡар ныҡ иреһә, беренсе тапҡыр малды ҡороған үләндә булһа ла йөрөтөп алырға мөмкин булған.16 март. Баҫыуҙа арҡыс-торҡос юл һалып ҡарағандар, йәнәһе, ҡояштың иғтибарын йәлеп иткәндәр.17 март. Ошо көндә тәүге ҡара ҡарғалар күренһә, көн йылытасаҡ тигән һүҙ.18 март. Йылына ҡарап, йәшелсә баҡсаһын ҡаҙып ҡарарға мөмкин. Ҡар әле ҡалын булһа, был эште символик рәүештә башҡарғандар.✅19 март. Тумыртҡа тауышы ишетелһә – көн һыуытыуға; сәпсек осоп килһә – йылытасаҡ.✅20 март. Был көндә йылы булһа, май ҙа йылы киләсәк. Тамсылар тамып торһа, йыл уңыш вәғәҙә итә.✅21 март. Көн менән төн тиңләшә.✅22 март. Һабантурғай, ҡарға һәм башҡа ҡоштар күренә башлаһа, тимәк, тиҙҙән ҡояшлы көндәр өҫтөнлөк итә башлаясаҡ.✅25 март. Иртән томан булһа, быйыл иген уңасаҡ.✅27 март. Ошо көндә күк күкрәүен көткәндәр. Был иген уңасағын аңлатҡан.✅31 март. Был көндә үгәй инә үләненең сәскәһе күренә икән, апрель йылы килер.

Читайте нас