Һай, ҡатын-ҡыҙ, ҡатын-ҡыҙ -
Йөрәктәрҙә баҙлар ҡуҙ,
Табайым һуң ҡайҙан һүҙ -
Һеҙҙе маҡтар матур һүҙ,
Һеҙҙе данлап йырлар һүҙ,
Ил алдында ҙурлар һүҙ.
Вай, ҡатын-ҡыҙ, ҡатын-ҡыҙ -
Бәпәй саҡта бәпкә-ҡыҙ,
Балдай татлы наҙлы ҡыҙ,
Буй еткәстен - аҡҡош-ҡыҙ,
Нескә билле миләш-ҡыҙ -
Егеттәргә кәләш-ҡыҙ.
Эй, ҡатын-ҡыҙ, ҡатын-ҡыҙ -
Түл йыйнаһын буйығыҙ -
Бәпестә булһын уйығыҙ,
Алтын улдар тыуҙырып,
Гүзәл ҡыҙҙар үҫтереп,
Ил инәһе булығыҙ!
Вәли БӘҘРИ.
+16 °С
Облачно



