Мораҙым
+14 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
5 Марта 2021, 12:22

Матурлыҡҡа ынтылышлы, бөтмөр заттан

Яҙҙың күркәм байрамын ҡаршылапЭшкә бөтмөрлөк, йылғырлыҡ, тәүәккәллек, саялыҡ... Хәҙерге заман йәштәре өсөн мөһим булған кешелек сифаттарының бөтәһе лә сағылыш таба был гүзәл заттың булмышында. Һүҙебеҙ матурлыҡҡа ынтылышлы, әүҙем һәм һау-сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыусы, эшҡыуарлыҡтың тәмен һәм бар ауырлығын үҙ иңендә татып ҡараусы Альбина Айытҡужина хаҡында.

Добавить в предпочтительные источники Google
Яҙҙың күркәм байрамын ҡаршылап
Эшкә бөтмөрлөк, йылғырлыҡ, тәүәккәллек, саялыҡ... Хәҙерге заман йәштәре өсөн мөһим булған кешелек сифаттарының бөтәһе лә сағылыш таба был гүзәл заттың булмышында.
Һүҙебеҙ матурлыҡҡа ынтылышлы, әүҙем һәм һау-сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыусы, эшҡыуарлыҡтың тәмен һәм бар ауырлығын үҙ иңендә татып ҡараусы Альбина Айытҡужина хаҡында.
Ул төптән Әлмәс ауылынан. Тәрбиәсе, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытыусы һөнәрҙәрен үҙләштергән тырыш ҡыҙға мәғариф өлкәһендә апаруҡ тәжрибә туплап, артабан оптимизация сәйәсәте һөҙөмтәһендә яуаплы вазифаһынан ҡолаҡ ҡағырға тура килә. Был еңел булмаған осорҙа һөйөклө тормош юлдашы – Равил Рим улы һәм теремек, шат йөҙлө ике сабыйы уға төшөнкөлөккә бирешмәйенсә үҙен икенсе өлкәлә һынап ҡарар өсөн дәрт бирә.
Нәҡ ошо хаҡта һәм Айытҡужиндарҙың татыу ғаиләһе тураһында яҙмабыҙҙы баҫманың 19-сы һанынан уҡый алаһығыҙ.
Читайте нас