Аҙнағол ауылы ни тиклем генә төпкөлдә, ни тиклем генә бәләкәй булмаһын, унда ысын ер кешеләре йәшәй. Һәм шуға ла саҡта ауылдың киләсәге ышаныслы ҡулдарҙа.
Вәсилә апай менән Фәнил ағай Рыҫмөхәмәтовтар ҙа ауыл тотҡаһы булып торған дан ғаиләләрҙең береһе. Хужабикә аш-һыуға ла, ҡул эштәренә лә оҫта, шаулатып гөлөн дә үҫтерә. Йорт хужаһы Фәнил ағай ҙа ҡулында балта-бысҡы уйнатып ҡына тора. Ергә ерегеп, ер ҡәҙерен белгән, ауыл ҡотон һаҡлап торған Рыҫмөхәмәтовтар башҡаларға ла өлгө булып тора.