Мораҙым
+19 °С
Ясно
ЙӘМҒИӘТ
5 Марта 2021, 06:56

Ҡатын-ҡыҙҙар тәбрикләнде

Кисә “Торатау” конгресс-холында Яҙ һәм матурлыҡ байрамы - 8 март уңайынан Башҡортостаныбыҙҙың алдынғы ҡатын-ҡыҙҙары – хеҙмәткәрҙәр, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, әсәйҙәр, апайҙар, инәйҙәр һәм ҡыҙҙар тәбрикләнде. Уларҙы күркәм байрам менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡотланы. “Ҡәҙерле ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ! Барығыҙҙы ла иң матур яҙғы байрам менән ихлас күңелдән ҡотлайым! Һеҙгә ҡарап һоҡланам, күңелдәр яҡтырып китә. Был байрамды бөтәбеҙ ҙә көтөп ала. Һеҙ тормошто тәрән мәғәнә менән тулыландыраһығыҙ. Мөхәббәт, матурлыҡ, наҙлыҡ мөхите булдыра беләһегеҙ. Ҡаһарманлыҡҡа ҡанатландыраһығыҙ, ғаилә усағын һаҡлайһығыҙ. Әсәйҙәребеҙ алдында баш эйәбеҙ. Бөтәгеҙегә лә ҙур рәхмәт”, – тине Радий Фәрит улы. Республика етәксеһе сығышынан һуң залда йыйылған ҡатын-ҡыҙҙар өсөн байрам концерты башланды. Унда республикабыҙҙың халыҡ һәм атҡаҙанған артистары, билдәле йырсылар һәм бейеүселәр, ил кимәлендәге конкурстар еңеүселәре сығыш яһап, байрам кәйефен тағы ла нығыраҡ күтәрҙе. Республика башлығы үткәргән ҙур сарала беҙҙең район вәкилдәре - Исем ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Юлиә Хренова, район мәҙәниәт бүлеге хеҙмәткәре Гүзәл Ҡотлобаева һәм крәҫтиән (фермер) хужалығы башлығы Наилә Искәндәрова ҡатнашты.

Кисә “Торатау” конгресс-холында Яҙ һәм матурлыҡ байрамы - 8 март уңайынан Башҡортостаныбыҙҙың алдынғы ҡатын-ҡыҙҙары – хеҙмәткәрҙәр, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, әсәйҙәр, апайҙар, инәйҙәр һәм ҡыҙҙар тәбрикләнде. Уларҙы күркәм байрам менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡотланы.
“Ҡәҙерле ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ! Барығыҙҙы ла иң матур яҙғы байрам менән ихлас күңелдән ҡотлайым! Һеҙгә ҡарап һоҡланам, күңелдәр яҡтырып китә. Был байрамды бөтәбеҙ ҙә көтөп ала. Һеҙ тормошто тәрән мәғәнә менән тулыландыраһығыҙ. Мөхәббәт, матурлыҡ, наҙлыҡ мөхите булдыра беләһегеҙ. Ҡаһарманлыҡҡа ҡанатландыраһығыҙ, ғаилә усағын һаҡлайһығыҙ. Әсәйҙәребеҙ алдында баш эйәбеҙ. Бөтәгеҙегә лә ҙур рәхмәт”, – тине Радий Фәрит улы.
Республика етәксеһе сығышынан һуң залда йыйылған ҡатын-ҡыҙҙар өсөн байрам концерты башланды. Унда республикабыҙҙың халыҡ һәм атҡаҙанған артистары, билдәле йырсылар һәм бейеүселәр, ил кимәлендәге конкурстар еңеүселәре сығыш яһап, байрам кәйефен тағы ла нығыраҡ күтәрҙе.
Республика башлығы үткәргән ҙур сарала беҙҙең район вәкилдәре - Исем ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Юлиә Хренова, район мәҙәниәт бүлеге хеҙмәткәре Гүзәл Ҡотлобаева һәм крәҫтиән (фермер) хужалығы башлығы Наилә Искәндәрова ҡатнашты.
Читайте нас