Район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Ғайса Янбаев, район Советы секретары Руслан Әхмәров, клуб, фельдшер-акушерлыҡ пункттары мөдирҙәре, хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре, ауыл Советы депутаттары, ауыл старосталары ҡатнашлығында Ибрай ауыл биләмәһе ултырышы бөгөн Ибрай ауыл клубында уҙғарылды.
2020 йылда башҡарылған эштәр, 2021 йылға планлаштырылған ниәттәр менән ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Рәил Иҫәнбирҙин таныштырҙы. Уның сығышынан бына нимәләр мәғлүм булды. Һигеҙ ҙур булмаған ауылды берләштергән биләмәлә бөтәһе 955 кеше йәшәй, уның 339-ы – өлкәндәр, 179-ы – балалар, 206-ы- хаҡлы ялдағылар. 2020 йылда 8 сабый тыуған, 15 кеше үлгән. Ауыл биләмәһендә бөтәһе 24 күп балалы ғаилә теркәлгән. Уларҙа өс һәм унан күберәк бала тәрбиәләнә.
Биләмәлә социаль объекттарҙан Әлмәс төп дөйөм белем биреү мәктәбе (унда 36 бала белем ала), 2 фельдшер-акушерлыҡ пункты, 2 ауыл клубы, 2 китапхана эшләй, Ибрай, Игебай, Ураҡай, Иртөбәк, Һикһәнбай ауылдарынан уҡыусыларҙы Зәйнәб Биишева исемендәге төп дөйөм белем биреү мәктәбенә йөрөтәләр.
Ауылдарҙы төҙөкләндереү эше төп һәм мөһим һорауҙарҙың береһе булып ҡала килә. Ул маҡсатта байтаҡ эш башҡарылған. Сүп-сар өсөн 4 бункер һатып алынған.
Үткән йыл Зауыҡлы биләмәләр йылы лозунгыһы аҫтында үткән: “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы буйынса Әлмәс ауылында мосолман зыяратының бер өлөшө кәртәләнгән, Ғәзиз ауылында ла мәңгелек төйәк - зыяраттың кәртәләүе яңыртылған, Әлмәстә ҡойо төҙөкләндерелгән, Ураҡай урамына ҡырсын түшәлгән, биләмә ауылдарының урам һәм йорт табличкалары яңыртылған, Әлмәс һәм Иҫке Әлмәс ауылдарында сүплектәр бөтөрөлгән.
Игебай ауылында изге йорт – мәсет төҙөү эше башланған, уның стенаһы күтәрелгән һәм ҡыйығы ҡапланған.
Ауыл биләмәһендә янғынға ҡаршы сараларға ҙур иғтибар бирелә. 2020 йылда өҫтәмә рәүештә 70 янғын иҫкәрткес ҡуйылған.
Биләмә етәксеһе, ауыл халҡы киләсәккә ҙур пландар, изге ниәттәр менән йәшәй. Ул хаҡта тулы мәғлүмәт менән гәзитебеҙҙең киләһе һанында танышырһығыҙ.