Мораҙым
0 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
3 Марта 2021, 08:24

Өс инәй

Интернет киңлектәрендә донъя урап, киң таралған был фотолағы инәйҙәргә һоҡланмаған кеше ҡалмағандыр. 2010 йылда район һабантуйында төшөрөлгән. Сәскәле кәшемир яулыҡтарын яҙып ябынған алсаҡ, матур инәйҙәрҙә кемдер әсәһен, кемдер өләсәһен таныны. Башҡорт өләсәйҙәренең бөтә матурлығын, бөтә асылын асып бирә ул һүрәт. Ә унда кемдәр икәнлеген барыһы ла белмәйҙер. Шуныһы ҡыуаныслы, инәйҙәр әле иҫән-һау, балаларының ҡәҙер-хөрмәтен күреп, именлектә- хөрлөктә йәшәп яталар. Һулдан беренсеһе – Хөмәйрә инәй Хөсәйенова. Уға 93 йәш. Тормош иптәше Әхмәт Сәфиулла улы менән 7 балаға ғүмер һәм матур тәрбиә биреп үҫтерәләр, лайыҡлы, йөкмәткеле тормош юлы үтәләр. Хөмәйрә инәй “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы хеҙмәт өсөн дә юғары наградаларға лайыҡ була. Әхмәт олатай иҫән булһа, ҡулға-ҡул тотоношоп бергә-бергә ғүмер итеүҙәренә 75 йыл тулған булыр ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, олатай бынан өс йыл элек баҡыйлыҡҡа күсә. Хөмәйрә инәй әле Иҫәнғолдағы ҡыҙы Гөлсәсәк апайҙа тора. Һаман да төҫ ташламаған инәй балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә төплө, кәрәкле кәңәштәрен биреп, ил-йорт именлегенә доға-аяттарын бағышлап, ысын мәғәнәһендә матур ҡартлыҡ көндәрен кисерә.Урталағы инәй иһә - Гәүһәр Носрат ҡыҙы Сәйетҡолова, уға 82 йәш, ә Тәһилә Сәфиулла ҡыҙы Ибраһимоваға - 85. Улар тураһында тулы мәҡәләне район гәзитенең байрам һанында уҡырһығыҙ.

Добавить в предпочтительные источники Google
Һулдан беренсеһе – Хөмәйрә инәй Хөсәйенова. Уға 93 йәш. 1928 йылдың 18 апрелендә Сапыҡ ауылында Сөнғәтулла Әбделғәлләм улы менән Сәлимә Лотфулла ҡыҙы ғаиләһендә тыуып үҫә. Алты бала була улар – Борхан, Зөбәйҙә, Ғофран, Хөмәйрә, Ғимран, Шәһүрә.
Аталары Сөнғәтулла 1898 йылғы була, граждандар һуғышында ҡатнаша. 1920 йылғы ауыл хужалығын иҫәпкә алыу мәғлүмәттәрендә “Ғәлләм хәҙрәттең өс улы армияла” тигән яҙыу бар. Шул өс уландың береһе – Сөнғәтулла була. Ул “Тигеҙлек” колхозында ферма мөдире вазифаһын атҡара, 1939 йылда ветеринарҙар курсын тамамлап, малсылыҡта эшләй. Һуғыш башланғас, хеҙмәт армияһына алына, Стәрлетамаҡта сода заводын төҙөүҙә лә ҡатнаша. Аслыҡ арҡаһында бик күптәр үлеп ҡала, Сөнәғәтулла Әбделғәлләм улын иһә ҡатыны СәлимәЛотфулла ҡыҙы (Сәлих ауылынан) ҡотҡарып ҡала: аҙыҡ-түлек йөкмәп, ире янына 9 тапҡыр барып ҡайта.
Һуғыштан һуң “Еңеү” кохозының ветврачы була,ауыл малын да ҡарай.
Хөмәйрә инәйгә белем алыу эләкмәй, дүрт класс ҡына уҡып өлгөрә. Тәүҙә колхозда бил бөгә, совхозда ла эшләй. Ниндәй эшкә ҡушһалар ҙа, намыҫ менән башҡарғаны өсөн ауылдаштары, хеҙмәттәштәре араһында абруйлы була. Шунлыҡтан колхоз идалалығы ағзаһы, ауыл Советы депутаты итеп һайлана, сельпола тикшереү комиссияһында ла эшләй. Хаҡлы ялға сыҡҡансы, өс ауылға икмәк ташыусы була.
Тормош иптәше Әхмәт Сәфиулла улы менән 7 балаға ғүмер һәм матур тәрбиә биреп үҫтерәләр, лайыҡлы, йөкмәткеле тормош юлы үтәләр. Хөмәйрә инәй “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы хеҙмәт өсөн дә юғары наградаларға лайыҡ була.
Әхмәт олатай иҫән булһа, ҡулға-ҡул тотоношоп бергә-бергә ғүмер итеүҙәренә 75 йыл тулған булыр ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, олатай бынан өс йыл элек баҡыйлыҡҡа күсә. Хөмәйрә инәй әле Иҫәнғолдағы ҡыҙы Гөлсәсәк апайҙа тора. Һаман да төҫ ташламаған инәй балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә төплө, кәрәкле кәңәштәрен биреп, ил-йорт именлегенә доға-аяттарын бағышлап, ысын мәғәнәһендә матур ҡартлыҡ көндәрен кисерә.
Читайте нас