"Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе" республика конкурсында быйыл беҙҙең райондан ике кеше - БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Миңзәлә Хөснетдинова ("Мәҙәниәттә ҡатын-ҡыҙ" номинацияһы) менән Мораҡ 1-се урта мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Алһыу Хәлитова ("Ҡатын-ҡыҙ -уҡытыусы") финалға сығып, диплом һәм иҫтәлекле бүләктәр менән бүләкләнде.