Башҡорт ғаиләһе... Үҙ телен, үҙ милләтен, туған халҡын хөрмәт иткән ғаиләгә ҡарата ғына әйтелергә хаҡлы һүҙҙәр, минеңсә. Үҙ телендә йыр көйләгән, үҙҙәре яратып баҡҡан сабыйҙарға туған моңдар аша бөйөк Рәми теленә, тыуып-үҫкән төйәгенә ҡарата тәрән ихтирам, мөхәббәт тәрбиәләүсе; үҙ өлгөһөндә балаларын һау-сәләмәт тормошҡа йәлеп итеүсе ата-әсәләр оло хөрмәткә лайыҡ.
Әүҙем тормош алып барыусы, туған телдәрендә һандуғастай һайраған һәм белемгә, камиллыҡҡа ынтылышлы бөркөттәй улдар үҫтереүсе Зөлфиә менән Илнур Ҡунысбаевтарҙың татыу ғаиләһе тураһында яҙмабыҙҙы баҫманың яңы, 18-се һанынан, уҡырға мөмкин.