Мораҙым
+15 °С
Дождь
ЙӘМҒИӘТ
24 Февраля 2021, 12:39

Башҡортостандың көньяҡ-көнсығышында транспорт хәрәкәтен сикләү ваҡыты оҙайтылды.

Әбйәлил һәм Баймаҡ райондарында буран сәбәпле, юлға сыҡмаҫҡа кәңәш ителә. Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, сикләү киске 9-ға тиклем оҙайтыла. Буран арҡаһында Өфө – Ырымбур трассаһында уҙған көн дүрт авария теркәлде. Унда 39 машина бәрелешкән. Юл-транспорт ваҡиғаһында 10 кеше зыян күргән. Авария урынында полиция һәм ҡотҡарыусылар халыҡҡа ярҙам күрһәтте. Әле көньяҡ-көнсығышта буран ҡотора.Ҡатмарлы һауа шарттары сәбәпле, халыҡҡа мөмкин тиклем оҙон юлға сыҡмаҫҡа кәңәш ителә. Юл хаталарҙы кисермәй.

Әбйәлил һәм Баймаҡ райондарында буран сәбәпле, юлға сыҡмаҫҡа кәңәш ителә. Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, сикләү киске 9-ға тиклем оҙайтыла. Буран арҡаһында Өфө – Ырымбур трассаһында уҙған көн дүрт авария теркәлде. Унда 39 машина бәрелешкән. Юл-транспорт ваҡиғаһында 10 кеше зыян күргән. Авария урынында полиция һәм ҡотҡарыусылар халыҡҡа ярҙам күрһәтте. Әле көньяҡ-көнсығышта буран ҡотора.
Ҡатмарлы һауа шарттары сәбәпле, халыҡҡа мөмкин тиклем оҙон юлға сыҡмаҫҡа кәңәш ителә. Юл хаталарҙы кисермәй.
Читайте нас