- Хаҡлы ялға сыҡҡансы алдынғы быҙау ҡараусы булды. Хеҙмәтенә күрә – хөрмәте тигәндәй, уның эшен етәкселек тә лайыҡлы баһалай. Утыҙ йылдан артыҡ малсылыҡта эшләгән инәй бихисап маҡтау грамоталары менән дә бүләкләнгән. Биш бала тәрбиәләп үҫтергән, хәҙерге көндә 12 ейәне, 7 бүләсәре бар. Донъяһы ла үҙе һымаҡ сымыры ғына, бөхтә, таҙа. Сабыр, тыйнаҡ холоҡло инәйебеҙ барыһына ла өлгө булырлыҡ, - тиҙәр уның хаҡында ауылдаштары.