Мораҙым
0 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
19 Февраля 2021, 07:55

Сираттағы ултырыш - Нуҡайҙа

Район етәкселәре, ауыл советы депутаттары, старосталары ҡатнашлығындағы Нуҡай ауыл биләмәһе ултырышы кисә Нуҡай ауылының социаль-мәҙәни үҙәгендә үтте. Көн тәртибенә ҡуйылған тәүге һорау менән биләмә башлығы Риф Байғүбәков таныштырҙы, ул 2020 йылда башҡарылған эштәр, ауылдарҙағы тормош тураһында һөйләне, халыҡ һәм йәшәйеш өсөн мөһим булған проблемаларҙы хәл итеү юлдары менән бүлеште. Ғөмүмән әйткәндә, биләмәлә барлыҡ ниәтләгән эштәр эшләнгән, республика бюджетынан килгән аҡсалар урамдарҙы өҫтәмә яҡтыртыу, янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, юлдарҙы ҡарҙан таҙартыу һәм йәй көндәре сабыуға, сүп-сар өсөн бункерҙар алыуға тотонолған. Шулай уҡ Нуҡайҙа Фрунзе урамына ҡырсын түшәлгән, “Ҡылы” шишмәһе төҙөкләндерелгән, 1-се һәм 2-се Түкәт ауылдарында сүплектәр бөтөрөлгән, Буҫтыбай, Нуҡай һәм 1-се Түкәт ауылдарында ҡарауһыҙ ҡалған йорт алдары кәртәләнгән, 1-се Түкәт ауылында тирә-яҡ өсөн хәүеф тыуҙырған ағастар бысылған. “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы буйынса Нуҡай ауылы зыяратын тимер менән кәртәләгәндәр, ә “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Аныҡ эштәр” проекты буйынса бүлегән аҡсаға тирмә алғандар. Быйылға ла хәл итәһе мәсьәләләр байтаҡ. Нуҡай ауыл биләмәһендә үткән ултырыш тураһында тулы мәғлүмәт менән гәзитебеҙҙең киләһе һандарында танышырһығыҙ.

Добавить в предпочтительные источники Google
Район етәкселәре, ауыл советы депутаттары, старосталары ҡатнашлығындағы Нуҡай ауыл биләмәһе ултырышы кисә Нуҡай ауылының социаль-мәҙәни үҙәгендә үтте. Көн тәртибенә ҡуйылған тәүге һорау менән биләмә башлығы Риф Байғүбәков таныштырҙы, ул 2020 йылда башҡарылған эштәр, ауылдарҙағы тормош тураһында һөйләне, халыҡ һәм йәшәйеш өсөн мөһим булған проблемаларҙы хәл итеү юлдары менән бүлеште.
Ғөмүмән әйткәндә, биләмәлә барлыҡ ниәтләгән эштәр эшләнгән, республика бюджетынан килгән аҡсалар урамдарҙы өҫтәмә яҡтыртыу, янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, юлдарҙы ҡарҙан таҙартыу һәм йәй көндәре сабыуға, сүп-сар өсөн бункерҙар алыуға тотонолған. Шулай уҡ Нуҡайҙа Фрунзе урамына ҡырсын түшәлгән, “Ҡылы” шишмәһе төҙөкләндерелгән, 1-се һәм 2-се Түкәт ауылдарында сүплектәр бөтөрөлгән, Буҫтыбай, Нуҡай һәм 1-се Түкәт ауылдарында ҡарауһыҙ ҡалған йорт алдары кәртәләнгән, 1-се Түкәт ауылында тирә-яҡ өсөн хәүеф тыуҙырған ағастар бысылған.
“Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы буйынса Нуҡай ауылы зыяратын тимер менән кәртәләгәндәр, ә “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Аныҡ эштәр” проекты буйынса бүлегән аҡсаға тирмә алғандар.
Быйылға ла хәл итәһе мәсьәләләр байтаҡ. Нуҡай ауыл биләмәһендә үткән ултырыш тураһында тулы мәғлүмәт менән гәзитебеҙҙең киләһе һандарында танышырһығыҙ.
Читайте нас