Сәйетҡол ауыл клубында Яңы Петровка ауыл биләмәһенең ултырышы уҙҙы. Унда район хакимиәте һәм ауыл биләмәһе башлыҡтары, яуаплы вазифа биләгәндәр, депутаттар, старосталар һәм ауыл активы ҡатнашты.
Яңы Петровка ауыл биләмәһенә ҡараған Яңы Петровка, Бикеш, Сәйетҡол, Муса ауылдарында һәм Иҫке Хвалын утарында барлығы 720 кеше (372 ир-егет, 348 ҡатын-ҡыҙ) йәшәй. Уларҙың 159-ы – хаҡлы ялдағылар, 435- е – хеҙмәткә яраҡлылыҡ йәшендә. 57 кеше вахта ысулы менән ситкә йөрөп эшләһә, 35 кеше бюджет тармағында тир түгә. Күптәр шәхси хужалыҡ алып бара. 17 күп балалы ғаиләлә иҫәпләнә. Шуныһы ҡыуаныслы, иҫән ҡалған һанаулы ғына һуғыш ветерандарының береһе Яңы Петровка ауыл биләмәһендә ғүмер кисерә. Тыл ветерандары һаны йылдан-йыл кәмей: әлеге көндә улар дүртәү генә ҡалған.
Демографик хәл тотороҡло: уҙған йылда 8 бала донъяға килгән, 10 кеше вафат булған (2019 йылда 6 бала тыуған, 13 кеше үлгән).
Ауыл биләмәһе халҡын ниндәй проблемалар борсой – был хаҡта “районка”ның киләһе һанында уҡырһығыҙ.