Исем ауылының алтын ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙар араһында Рузәлиә апай Ғәлимованың эштәре лә маҡтауға лайыҡ (һүрәттә). Ул Буҫтыбай ауылынан. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Көсөкбаев Карам Мөхәммәтғәзиз улы менән Әлифә Вәлиәхмәт ҡыҙының ғаиләһендә етенсе (төпсөк) бала булып донъяға килгән. Мәктәптән һуң Мәләүез ҡалаһында һөнәрселек училищеһын тамамлап, “Исем” совхозының үҙәк ашханаһына эшкә бара. 1990 йылда Яңауыл ауылы егете Илшат Ғабдулла улы Ғәлимов менән сәстәрен-сәскә бәйләй.
- Ике бала үҫтерҙек. Ҡыҙыбыҙ Гөлфиә Салауат ҡалаһында балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй,ейәнсәрем Зилиә 1-се класҡа уҡырға барҙы. Айҙар улыбыҙ ҙа Ләйсән киленебеҙ менән Салауатта төпләнде, ейәнебеҙ Морат балалар баҡсаһына йөрөй.
Ғаиләбеҙ ишле булғас, әсәйебеҙ беҙҙе бала саҡтан эшкә ныҡлап өйрәтте. Үҙебеҙҙе белгәне бирле ҡулыбыҙға энә тотоп, шәл бәйләнек. Яратҡан шөғөлөмдө әле лә ташламаным. Мин бәйләгән шәлдәрҙе Себерҙә лә, мәскәүҙә лә, Өфөлә лә, хатта Төркмәнстанда ла ябыналар. Туғандарыма ла бүләккә бәйләйем. Киленемә лә шәл яптым, - ти Рүзәлиә апай.
Шәлдән тыш, алтын ҡуллы хужабикә ултырғыс япмалары ла бәйләй, балаҫтар эшләй, бешеренергә лә ярата (һүрәттә). Уның бөтә күңелен һалып бешергән сәк-сәктәре, бәлештәре күп ҡунаҡ йорттарында табын йәмләй. Баҡсалары ла мул уңыш бирә уларҙың, емеш-еләк мәлендә күп итеп ҡайнатмалар әҙерләп, салаттар ябып, балаларын тәьмин итеп торалар.