Мораҙым
+19 °С
Ясно
ЙӘМҒИӘТ
15 Февраля 2021, 06:25

Һин күңелдә һаман, тауҙар иле...

15 февраль - яугир-интернационалистарҙы иҫкә алыу көнө. Беҙҙең хәрбиҙәр афған илендә 1979 йылдың 28 декабренән 1989 йылдың 15 февраленә тиклем, йәмғеһе 9 йыл да 1 айҙан саҡ ҡына ашыуыраҡ була. 1988 йылдың майында Советтар Союзы ғәскәрҙәре илдән сығарыла башлай һәм 1989 йылдың 15 февралендә СССР-ҙың 40- сы армияһының һуңғы подразделениеһы тыуған илгә ҡайта....Генерал Борис Громовтың сик буйындағы Пяндж йылғаһы аша һалынған күперҙән иң һуңғы булып сығып, иғлан ителмәгән һуғышҡа нөктә ҡуйыуына ла 32 йыл тулды. Тик тән яралары уңалһа ла, йән яралары һаман да уңалмай икән, йәшләй генә үлем менән күҙгә-күҙ осрашҡан уҙамандарҙың береһе лә был һуғыш хаҡында иҫкә алырға яратмай.Юлдыбай ауылында тыуып үҫеп, әлеге көндә Мораҡ ауылында ғүмер кисергән Рәүф Ҡасим улы Аллағужин Афғанстанда 1982-1984 йылдарҙа хеҙмәт итә. “КамАЗ” машинаһын йөрөткән егет 19 йәшендә ауыр яралана һәм Ташкент өлкәһенең Азадбаш госпиталендә дауалана. Быға тиклем улыбыҙ Үзбәкстанда хеҙмәт итә тип йөрөгән ата-әсәһе тик шунда ғына уның утлы нөктәлә хеҙмәт итеүен белә.Алыҫ тип тормай, тәүәккәлләп юлға сыға ата-әсә һәм улын барып күрә. Аяҡҡа баҫҡандан һуң союзда ҡалырға мөмкинлеге булһа ла, Рәүф ағай “иптәштәрем унда ҡалды” тип, хеҙмәт иткән еренә ҡабат юллана. Ҡабул, Ғәзни, Гардез, Ҡабул, Джелалабад... Был юлдар яугир-интернационалистың йөрәгендә мәңге уңалмаҫ күңел яраһы булып һаҡлана.

15 февраль - яугир-интернационалистарҙы иҫкә алыу көнө.
Беҙҙең хәрбиҙәр афған илендә 1979 йылдың 28 декабренән 1989 йылдың 15 февраленә тиклем, йәмғеһе 9 йыл да 1 айҙан саҡ ҡына ашыуыраҡ була. 1988 йылдың майында Советтар Союзы ғәскәрҙәре илдән сығарыла башлай һәм 1989 йылдың 15 февралендә СССР-ҙың 40- сы армияһының һуңғы подразделениеһы тыуған илгә ҡайта.
...Генерал Борис Громовтың сик буйындағы Пяндж йылғаһы аша һалынған күперҙән иң һуңғы булып сығып, иғлан ителмәгән һуғышҡа нөктә ҡуйыуына ла 32 йыл тулды. Тик тән яралары уңалһа ла, йән яралары һаман да уңалмай икән, йәшләй генә үлем менән күҙгә-күҙ осрашҡан уҙамандарҙың береһе лә был һуғыш хаҡында иҫкә алырға яратмай.
Юлдыбай ауылында тыуып үҫеп, әлеге көндә Мораҡ ауылында ғүмер кисергән Рәүф Ҡасим улы Аллағужин Афғанстанда 1982-1984 йылдарҙа хеҙмәт итә. “КамАЗ” машинаһын йөрөткән егет 19 йәшендә ауыр яралана һәм Ташкент өлкәһенең Азадбаш госпиталендә дауалана. Быға тиклем улыбыҙ Үзбәкстанда хеҙмәт итә тип йөрөгән ата-әсәһе тик шунда ғына уның утлы нөктәлә хеҙмәт итеүен белә.
Алыҫ тип тормай, тәүәккәлләп юлға сыға ата-әсә һәм улын барып күрә. Аяҡҡа баҫҡандан һуң союзда ҡалырға мөмкинлеге булһа ла, Рәүф ағай “иптәштәрем унда ҡалды” тип, хеҙмәт иткән еренә ҡабат юллана.
Ҡабул, Ғәзни, Гардез, Ҡабул, Джелалабад... Был юлдар яугир-интернационалистың йөрәгендә мәңге уңалмаҫ күңел яраһы булып һаҡлана.
Читайте нас