Мораҙым
+9 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
15 Февраля 2021, 12:43

Ҡәҙер-хөрмәт һеҙгә, ил улдары!

15 февраль – Яугир-интернационалистарҙы иҫкә алыу көнө Шомло Афған, Чечня, Таджикистан, Абхазия... Ҡайҙа ғына булмаған да, ҡайҙа ғына баштарын һалмаған шул ыласындарыбыҙ! Бөгөн, 15 февралдә уҙғарылған, утлы юлдарҙы үткән хәрби дуҫтарҙы берләштереүсе сара берсә мәртәбәле байрам, берсә хәсрәт-һағышлы хәтер көнө төҫөн алды. Афған ере менән бәйле хәтирәләрҙе яңыртыусы көндә афғансылар, интернациональ бурысын үтәгәндә һәләк булғандарҙың туғандары, яҡындары район үҙәгендәге изге урынға – Афған һәм башҡа локаль һуғыштарҙа шәһит киткән яҡташ һалдаттарҙы, ил тарихының ҡанлы таптарын иҫкә төшөрөп тороусы һәйкәл янына йыйылды.

Добавить в предпочтительные источники Google
15 февраль – Яугир-интернационалистарҙы иҫкә алыу көнө
Шомло Афған, Чечня, Таджикистан, Абхазия... Ҡайҙа ғына булмаған да, ҡайҙа ғына баштарын һалмаған шул ыласындарыбыҙ!
Бөгөн, 15 февралдә уҙғарылған, утлы юлдарҙы үткән хәрби дуҫтарҙы берләштереүсе сара берсә мәртәбәле байрам, берсә хәсрәт-һағышлы хәтер көнө төҫөн алды. Афған ере менән бәйле хәтирәләрҙе яңыртыусы көндә афғансылар, интернациональ бурысын үтәгәндә һәләк булғандарҙың туғандары, яҡындары район үҙәгендәге изге урынға – Афған һәм башҡа локаль һуғыштарҙа шәһит киткән яҡташ һалдаттарҙы, ил тарихының ҡанлы таптарын иҫкә төшөрөп тороусы һәйкәл янына йыйылды.
... Эйе, хәтер – мәңгелек! 14 меңдән артыҡ совет һалдатын йотҡан Афған һуғышында республикабыҙҙа 10 меңгә яҡын һалдат һәм офицер хәрби бурысын үтәһә, 341-е һәләк була, 6-һы хәбәрһеҙ юғала, 2 мең 500-е ҡаты йәрәхәтләнә. Районыбыҙҙан 69 егет афғанда хеҙмәт итә. Һәләк булғандан һуң Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнгән Рафаил Яҡупов, Радик Ғөзәйеров, Заһир Ишкилдин, Алик Рөстәмов кеүек батыр яҡташтарыбыҙҙың, Рәсәй Геройы Юрий Климовтың, төрлө локаль һуғыштарҙа йәш кенә килеш башын һалған Наил Байғүбәков, Рим Абдрахманов, Рауил Вәхитов, Файыҡ Хәлитовтарҙың исемдәрен оноторға хаҡыбыҙ юҡ.
Тетрәндергес һандарҙы, батырҙарҙың исемдәрен район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев та үҙ сығышында телгә алып, афғансыларҙы байрамдары уңайынан ихлас ҡотлап үтте. Хәрби дуҫтарына урындағы “Афғансы” йәмғиәте етәксеһе Фәиз Хәлитов та ялҡынлы сәләмен, тәрән ихтирам-хөрмәт менән һуғарылған йылы һүҙҙәрен еткерҙе.
Һәйкәлгә сәскәләр һалынды. Батырҙарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алдылар.
Азамат ҒӘҘЕЛШИН фотолары.
Читайте нас