Мораҙым
+12 °С
Дождь
ЙӘМҒИӘТ
12 Февраля 2021, 19:01

Ауылдарҙың киләсәге үҙебеҙҙең ҡулда

Бөгөн, 12 февралдә район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Ғайса Янбаев, район Советы секретары Руслан Әхмәров, социаль мәсьәләләр буйынса район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлгөнә Абдуллина, ауыл Советы депутаттары, старосталар ҡатнашлығында Волостновка ауыл биләмәһе ултырышы үтте.Унда үткән йылда башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһап, яңы башланып торған йылға төп маҡсаттар билдәләнде. Төп доклад менән ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Рөстәм Бикбулатов сығыш яһаны, ул биләмәнең социаль-иҡтисади хәле менән таныштырҙы, эшләнгән эштәр хаҡында һөйләне, хәл итергә кәрәкле проблемаларға туҡталды.7 тораҡ пункты берләштергән ауылда 1406 кеше йәшәй, биләмә территорияһында 2 мәктәп, мәктәп ҡарамағында балалар баҡсаһы, 3 ФАП, 2 ауыл клубы, моделле китапхана, почта һәм Сбербанк бүлексәләре, “Тәүәкән” йәмғиәте, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары, 6 шәхси эшҡыуар эшләй. Волостновка биләмәһе йылды матур ғына тамамлаған, ауылдарҙы төҙөкләндереү эше төп маҡсаттарҙың береһе булып ҡала килә. Экологик өмәләр, йәшелләндереү акцияларынан ситтә ҡалмағандар. “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” дәүләт программаһы ярҙамында былтыр Түләбайҙа зыярат кәртәләнгән, ағымдағы йылда был проектта еңеп сыға алһалар, Ҡалдар ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары иҫтәлегенә ҡуйылған обелискты ремонтларға уйлайҙар, “Аныҡ эштәр” проекты буйынса бүленгән аҡсаға тирмә һатып алынған. Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһына әҙерләнеү сиктәрендә урам исемдәре, йорт һандары яҙылған табличкалар алмаштырылған. Сүп-сар өсөн 4 бункер һатып алынған һәм ҡуйылған. Әммә халыҡты борсоған һорауҙар бар әле. Ул хаҡта тулы мәғлүмәт гәзиттең киләһе һандарында.

Бөгөн, 12 февралдә район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Ғайса Янбаев, район Советы секретары Руслан Әхмәров, социаль мәсьәләләр буйынса район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлгөнә Абдуллина, ауыл Советы депутаттары, старосталар ҡатнашлығында Волостновка ауыл биләмәһе ултырышы үтте.Унда үткән йылда башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһап, яңы башланып торған йылға төп маҡсаттар билдәләнде.
Төп доклад менән ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Рөстәм Бикбулатов сығыш яһаны, ул биләмәнең социаль-иҡтисади хәле менән таныштырҙы, эшләнгән эштәр хаҡында һөйләне, хәл итергә кәрәкле проблемаларға туҡталды.
7 тораҡ пункты берләштергән ауылда 1406 кеше йәшәй, биләмә территорияһында 2 мәктәп, мәктәп ҡарамағында балалар баҡсаһы, 3 ФАП, 2 ауыл клубы, моделле китапхана, почта һәм Сбербанк бүлексәләре, “Тәүәкән” йәмғиәте, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары, 6 шәхси эшҡыуар эшләй.
Волостновка биләмәһе йылды матур ғына тамамлаған, ауылдарҙы төҙөкләндереү эше төп маҡсаттарҙың береһе булып ҡала килә. Экологик өмәләр, йәшелләндереү акцияларынан ситтә ҡалмағандар.
“Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” дәүләт программаһы ярҙамында былтыр Түләбайҙа зыярат кәртәләнгән, ағымдағы йылда был проектта еңеп сыға алһалар, Ҡалдар ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары иҫтәлегенә ҡуйылған обелискты ремонтларға уйлайҙар, “Аныҡ эштәр” проекты буйынса бүленгән аҡсаға тирмә һатып алынған. Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһына әҙерләнеү сиктәрендә урам исемдәре, йорт һандары яҙылған табличкалар алмаштырылған. Сүп-сар өсөн 4 бункер һатып алынған һәм ҡуйылған.
Әммә халыҡты борсоған һорауҙар бар әле. Ул хаҡта тулы мәғлүмәт гәзиттең киләһе һандарында.
Читайте нас