Мораҙым
+13 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
13 Февраля 2021, 10:55

Атанан күргән - уҡ юнған!

“Атанан күргән – уҡ юнған, әсәнән күргән – тун бескән” тиҙәр. Ысынлап та, кешенең тормошҡа ҡарашына, холҡона, хатта ябай ғына ғәҙәттәренә лә ата-әсәһе, ғаиләлә алған тәрбиә ҙур йоғонто яһай. Ул-ҡыҙҙарҙы үҫтергәндә дөрөҫ башланғыс һалыу бына ни өсөн шул тиклем мөһим! Балаңды һау-сәләмәт үҫтерәйем тиһәң, тимәк, үҙең дә һау-сәләмәт тормош алып барырға кәрәк. Мораҡ ауылында ғүмер кисергән Әминевтар, Лоҡмановтар, Сәйетҡолда йәшәгән Усаровтар нәҡ шулай уйлай. Улар бар ғаиләләре менән спортты үҙ итә һәм йыл һайын “Саңғы юлы” район ярышында, шулай уҡ башҡа спорт сараларында әүҙем ҡатнаша. Быйыл да Ләйсән һәм Зимфир Әминевтар ҡыҙҙары Милена (12 йәш), улдары Ислам ( 6 йәш) менән, Нурсилә һәм Флүр Лоҡмановтар улдары Алмаз (8 йәш), Әмир (5 йәш) менән, Нәзифә һәм Марат Усаровтар улдары Хәйҙәр (9 йәш), ҡыҙҙары Аделина (5 йәш), туғандары Сафия (12 йәш) менән бергә саңғы юлына баҫты һәм башҡаларға өлгө күрһәтте. Әйткәндәй, Әминевтар “Иң әүҙем ғаилә” номинацияһында билдәләнде.

“Атанан күргән – уҡ юнған, әсәнән күргән – тун бескән” тиҙәр. Ысынлап та, кешенең тормошҡа ҡарашына, холҡона, хатта ябай ғына ғәҙәттәренә лә ата-әсәһе, ғаиләлә алған тәрбиә ҙур йоғонто яһай. Ул-ҡыҙҙарҙы үҫтергәндә дөрөҫ башланғыс һалыу бына ни өсөн шул тиклем мөһим!
Балаңды һау-сәләмәт үҫтерәйем тиһәң, тимәк, үҙең дә һау-сәләмәт тормош алып барырға кәрәк. Мораҡ ауылында ғүмер кисергән Әминевтар, Лоҡмановтар, Сәйетҡолда йәшәгән Усаровтар нәҡ шулай уйлай. Улар бар ғаиләләре менән спортты үҙ итә һәм йыл һайын “Саңғы юлы” район ярышында, шулай уҡ башҡа спорт сараларында әүҙем ҡатнаша. Быйыл да Ләйсән һәм Зимфир Әминевтар ҡыҙҙары Милена (12 йәш), улдары Ислам ( 6 йәш) менән, Нурсилә һәм Флүр Лоҡмановтар улдары Алмаз (8 йәш), Әмир (5 йәш) менән, Нәзифә һәм Марат Усаровтар улдары Хәйҙәр (9 йәш), ҡыҙҙары Аделина (5 йәш), туғандары Сафия (12 йәш) менән бергә саңғы юлына баҫты һәм башҡаларға өлгө күрһәтте. Әйткәндәй, Әминевтар “Иң әүҙем ғаилә” номинацияһында билдәләнде.
Читайте нас