Ауыл биләмәләрендә район хакимиәте һәм ауыл биләмәһе башлыҡтары, депутаттар, старосталар һәм ауыл активы ҡатнашлығындағы ултырыштар дауам итә. Бөгөн бындай сара Тәүәкән ауыл мәҙәниәт йортонда уҙҙы.
Теләүембәт ауыл биләмәһе 7 тораҡ пунктты – Теләүембәт, Аҙнағол, Бикес, Дауыт-Ҡайып, Тәүәкән ауылдарын, Черниговка һәм Прогресс утарҙарын берләштерә. Барлығы 584 йорт, 1963 кеше йәшәй. 2020 йылда 19 бала тыуған (2021 йылда - 3), 36 кеше вафат булған (ир-егеттәр - 21, ҡатын-ҡыҙҙар - 15).
Күп балалы ғаиләлар һаны - 52.
2020 йылда 3 янғын теркәлгән, шуларҙың береһендә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер кеше һәләк булған.
Ауыл биләмәһе территорияһындасоциаль объекттар байтаҡ: 2 фельдшер-акушерлыҡ пункты, 1 ауыл табип амбулаторияһы, 2 урта һәм 1 башланғыс мәктәп, 2 балалар баҡсаһы, 1 почта элемтәһе бүлексәһе, 3 китапхана, 3 ауыл мәҙәниәт йорто, 1 спорт-һауыҡтырыу комплексы, 2 күп тармаҡлы функциональ үҙәк, 11 сауҙа нөктәһе. “Тәүәкән”, “Тәүәкән - ит”, “Тәүәкән-тәбиғи аҙыҡ-түлек” йәмғиәттәре, “Әбдрәхимов”, “Хәйбуллин”, “Сәлихов” крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары халыҡты шулай уҡ эш менән тәьмин итә.
Сарала ауыл биләмәһе башлығы Зөбәйер Әбдрәхимов уҙған йылда башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһаны һәм 2021 йылға пландарҙы билдәләне. Шулай уҡ “Тәүәкән” йәмғиәте директоры Урал Ибраһимов, участка уполномоченныйы вазифаһын башҡарыусы Руслан Рахманҡолов, Тәүәкән мәктәбе директоры Альбина Ҡаразбаева, мәҙәниәт усағы директоры Гөлдәр Әбдрәхимова, ауыл старостаһы Зәки Иҫәнгилдин, мәшғүллек үҙәге начальнигы Лилиә Литвинова сығыш яһаны.
Ауыл яҙмышы – халыҡ яҙмышы. Уның киләсәге яҡты, матур булһын өсөн һәр кем үҙ өлөшөн индерергә, власть органдары халыҡ менән бергә эшләргә тейеш. Кәңәшмә йомғаҡ яһаған район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев та быны һыҙыҡ өҫтөнә алды, “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү”, “Аныҡ эштәр” кеүек программаларҙа әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы, күтәрелгән һорауҙарҙың барыһына ла төплө аңлатма бирҙе.
Ултырыш хаҡында тулыраҡ – гәзиттең киләһе һанында.