Ҡатындар
Ауылдарҙа донъя көтә ала,Иң таһыллы ғына ҡатындар.Ауырлыҡтар төшһә һынмай улар,Ябай ҡатын түгел -алтындар.Кемдәргәлер ҡәйнә, апай, һеңле,Ә килендәр-татыу апһындар.Ҡайғы -шатлыҡтарҙы уртаҡлашҡан,Үҙ туғаныңдан да яҡындар.Шаян еңгәләрҙең телдәрендәМәрәкә лә менән тәләкә.Эс сереңде,һиҙҙермәйсә генә,Һөйләтеп тә алыр,кәрәкһә.Һары таңдан ҡара кискә тиклемИңдәрендә донъя хәстәре.Тауыҡ сүпләһә ла бөтмәйҙер ул,Бер-бер артлы көтә эштәре.Һандуғастар хатта көнләшерлек,Ауыл ҡатындары теленә.Онотолоп барған ерле һөйләш,Барса нескәлектә беленә.Кешеләрҙең оло рәхмәттәре,Аш-һыуына уның ҡағыла.Ризығының тәмен татығандар,Сәләм ебәрәләр тағы ла.Ауыл ҡатындары ябай түгел,Йыр-моңға ла әүәҫ-маһирҙар.Һөйөп үҫтергән улан-ҡыҙҙары-Һылыу Зөһрә, батыр Таһирҙар.Халыҡ йолаларын һаҡлаусылар,Уңғанбикә, оҫтабикәләр.Ауыл ҡатындары -аҡыллылар,Тормошоңдо йәннәт итәләр.Ҡаш-керпеккә һөрмә тартылмаған,Буяу күрмәһә лә ирендәр,Күңелегеҙ һәр саҡ матур ҡалһын,Йүнсел ҡәйнә,сабыр килендәр!Айһылыу Хәсәнова
Добавить в предпочтительные источники GoogleАуылдарҙа донъя көтә ала,Иң таһыллы ғына ҡатындар.Ауырлыҡтар төшһә һынмай улар,Ябай ҡатын түгел -алтындар.Кемдәргәлер ҡәйнә, апай, һеңле,Ә килендәр-татыу апһындар.Ҡайғы -шатлыҡтарҙы уртаҡлашҡан,Үҙ туғаныңдан да яҡындар.Шаян еңгәләрҙең телдәрендәМәрәкә лә менән тәләкә.Эс сереңде,һиҙҙермәйсә генә,Һөйләтеп тә алыр,кәрәкһә.Һары таңдан ҡара кискә тиклемИңдәрендә донъя хәстәре.Тауыҡ сүпләһә ла бөтмәйҙер ул,Бер-бер артлы көтә эштәре.Һандуғастар хатта көнләшерлек,Ауыл ҡатындары теленә.Онотолоп барған ерле һөйләш,Барса нескәлектә беленә.Кешеләрҙең оло рәхмәттәре,Аш-һыуына уның ҡағыла.Ризығының тәмен татығандар,Сәләм ебәрәләр тағы ла.Ауыл ҡатындары ябай түгел,Йыр-моңға ла әүәҫ-маһирҙар.Һөйөп үҫтергән улан-ҡыҙҙары-Һылыу Зөһрә, батыр Таһирҙар.Халыҡ йолаларын һаҡлаусылар,Уңғанбикә, оҫтабикәләр.Ауыл ҡатындары -аҡыллылар,Тормошоңдо йәннәт итәләр.Ҡаш-керпеккә һөрмә тартылмаған,Буяу күрмәһә лә ирендәр,Күңелегеҙ һәр саҡ матур ҡалһын,Йүнсел ҡәйнә,сабыр килендәр!Айһылыу Хәсәнова