Мораҙым
+15 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
6 Февраля 2021, 08:12

Бәхет теләп, йоҙаҡ эләм “Мөхәббәт ағасы”на!

Күп ерҙәрҙә яңы өйләшенешкән парҙар үҙ ғаиләһенә ныҡлыҡ, оҙон ғүмерлелек теләп, һөйөү, мөхәббәт күпере тип аталған иҫтәлекле урындарға йоҙаҡтар элә. Бына, ниһайәт, ундай күркәм урын беҙҙә лә барлыҡҡа килде - Исем ауылында Мөхәббәт ағасы тип исемләнгән яңы арт-объект ҡуйылды. Кисә, 5 февралдә, яңы ғаилә ҡорған йәштәр, үҙҙәренең ғүмер байрамдарын – көмөш, алтын, гәүһәр туйҙарын билдәләгән ғаиләләр өсөн иҫтәлекле урынға әйләнәсәк ерҙе район етәксеһе Ғайса Янбаев менән ҡунаҡтар – РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Әлфәрис Байсурин барып күрҙе. Был арт-объекттың авторы - Исем ауылы уҙаманы Азамат Байғазаков. Тыуып үҫкән, донъя көткән, балалар үҫтергән йәнтөйәге – тыуған ауылы тағы ла күркәмерәк, матурыраҡ булһын, Исем ауылының “Айыҡ ауыл” республика конкурсында еңеп сығыуына тағы ла бер этәргес булһын тигән теләктә һәм ниәттә эшләгән ул был эшен. Әйткәндәй, Рәзилә менән Азамат Байғазаковтар ғаиләһе быйыл үҙҙәренең көмөш туйҙарын билдәләй, тормош һуҡмаҡтарын ҡулға-ҡул тотоношоп 25 йыл йыл бергә үткән, дүрт бала тәрбиәләгән күркәм парға “Мөхәббәт ағасы”на тәүге йоҙаҡты элеү хоҡуғы ла бирелде. “Мөхәббәт ағасы” оҙаҡ йылдар ғашиҡтарҙың һөйөүенә, бер-береһенә вәғәҙәләр биреүенә шаһит булып торор, тип ышанабыҙ. Был күркәм урынға килеп, үҙҙәренең ғаиләһенә бәхет теләп, йоҙаҡ элеү исем ауылында йәшәүселәр өсөн генә түгел, ә күрше ауылдар халҡы өсөн дә изге йолаға әйләнер, тип уйлайбыҙ.#Трезвоесело2020#Айыкауыл2020#ЗОЖ#Кугарчинскийрайон#Исимовскоесельскоепоселение#селоИсимово

Добавить в предпочтительные источники Google
Күп ерҙәрҙә яңы өйләшенешкән парҙар үҙ ғаиләһенә ныҡлыҡ, оҙон ғүмерлелек теләп, һөйөү, мөхәббәт күпере тип аталған иҫтәлекле урындарға йоҙаҡтар элә. Бына, ниһайәт, ундай күркәм урын беҙҙә лә барлыҡҡа килде - Исем ауылында Мөхәббәт ағасы тип исемләнгән яңы арт-объект ҡуйылды.
Кисә, 5 февралдә, яңы ғаилә ҡорған йәштәр, үҙҙәренең ғүмер байрамдарын – көмөш, алтын, гәүһәр туйҙарын билдәләгән ғаиләләр өсөн иҫтәлекле урынға әйләнәсәк ерҙе район етәксеһе Ғайса Янбаев менән ҡунаҡтар – РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Әлфәрис Байсурин барып күрҙе.
Был арт-объекттың авторы - Исем ауылы уҙаманы Азамат Байғазаков. Тыуып үҫкән, донъя көткән, балалар үҫтергән йәнтөйәге – тыуған ауылы тағы ла күркәмерәк, матурыраҡ булһын, Исем ауылының “Айыҡ ауыл” республика конкурсында еңеп сығыуына тағы ла бер этәргес булһын тигән теләктә һәм ниәттә эшләгән ул был эшен. Әйткәндәй, Рәзилә менән Азамат Байғазаковтар ғаиләһе быйыл үҙҙәренең көмөш туйҙарын билдәләй, тормош һуҡмаҡтарын ҡулға-ҡул тотоношоп 25 йыл йыл бергә үткән, дүрт бала тәрбиәләгән күркәм парға “Мөхәббәт ағасы”на тәүге йоҙаҡты элеү хоҡуғы ла бирелде.
“Мөхәббәт ағасы” оҙаҡ йылдар ғашиҡтарҙың һөйөүенә, бер-береһенә вәғәҙәләр биреүенә шаһит булып торор, тип ышанабыҙ. Был күркәм урынға килеп, үҙҙәренең ғаиләһенә бәхет теләп, йоҙаҡ элеү исем ауылында йәшәүселәр өсөн генә түгел, ә күрше ауылдар халҡы өсөн дә изге йолаға әйләнер, тип уйлайбыҙ.
Читайте нас