Шәхси эшҡыуарҙарға, йүнселдәргә, үҙ эшен асыусыларға ярҙам итеү илебеҙҙең иҡтисади ҡеүәтен нығытырға, тимәк, халыҡтың тормош шарттарын яҡшыртырға булышлыҡ итә.
Был эшкә республикабыҙҙа айырыуса ҙур иғтибар бирелә, төрлө программалар эшләй. Уларҙың береһе - “Агростартап”, ул ауыл хужалығы тармағында эш башлаусы крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарына үҙ эшмәкәрлеген башлап ебәреүгә дәүләт тарафынан ярҙам биреүҙе күҙ уңында тота.
Район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Ғайса Янбаев етәкселегендә үткән аҙналарҙа уҙғарылған “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә малсылыҡ тармағында эш башларға теләүсе йүнселдәр – Марсель Сләүчин менән Хәйҙәр Мәүлекәсовтарҙың проекттары ҡаралды. Улар малсылыҡ тармағында ныҡлы эш башлар өсөн тап ошо программа ярҙамына иҫәп тота.