Мораҙым
+12 °С
Дождь
ЙӘМҒИӘТ
5 Февраля 2021, 17:32

Эштәрҙе барлар, маҡсаттар билдәләр мәл

Бөгөн район мәҙәниәт һарайында бишенсе саҡырылыш район Советының дүртенсе ултырышы үтте, уның эшендә ҡатнашҡан ҡунаҡтар - Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры Айбулат Хажин, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Әлфәрис Байсурин фойела район тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы, Балалар ижады үҙәге, “Уралҡай” һәм “Шишмәкәй” балалар баҡсалары, Зәйнәб Биишева исемендәге Мораҡ балалар сәнғәт мәктәбе ҡуйған бай күргәҙмә менән танышты. Тәүге һорау – 2020 йылда район Советы һәм Совет рәйесе эшмәкәрлеге тураһында Дамир Ҡаразбаев бәйән итте. Көн ҡаҙағына ҡуйылған киләһе һорау район хакимиәтенең 2020 йылдағы эшмәкәрлегенә арналды, район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Ғайса Янбаев йәшәйештең төрлө өлкәләренә ҡағылған йүнәлештәр буйынса тулы мәғлүмәт бирҙе. Райондың социаль-иҡтисади һәм демографик хәле, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт өлкәһендә ниндәй яңылыҡтар бар? Ағымдағы йылда ниндәй эштәр башҡарыласаҡ?Был хаҡта гәзиттебеҙҙең киләһе һандарында.

Бөгөн район мәҙәниәт һарайында бишенсе саҡырылыш район Советының дүртенсе ултырышы үтте, уның эшендә ҡатнашҡан ҡунаҡтар - Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры Айбулат Хажин, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Әлфәрис Байсурин фойела район тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы, Балалар ижады үҙәге, “Уралҡай” һәм “Шишмәкәй” балалар баҡсалары, Зәйнәб Биишева исемендәге Мораҡ балалар сәнғәт мәктәбе ҡуйған бай күргәҙмә менән танышты.
Тәүге һорау – 2020 йылда район Советы һәм Совет рәйесе эшмәкәрлеге тураһында Дамир Ҡаразбаев бәйән итте.
Көн ҡаҙағына ҡуйылған киләһе һорау район хакимиәтенең 2020 йылдағы эшмәкәрлегенә арналды, район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Ғайса Янбаев йәшәйештең төрлө өлкәләренә ҡағылған йүнәлештәр буйынса тулы мәғлүмәт бирҙе. Райондың социаль-иҡтисади һәм демографик хәле, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт өлкәһендә ниндәй яңылыҡтар бар? Ағымдағы йылда ниндәй эштәр башҡарыласаҡ?
Был хаҡта гәзиттебеҙҙең киләһе һандарында.
Читайте нас