Кер һабыны. Аҡ йәки төҫлө кейемдәге таптарҙы бөтөрөр өсөн кер һабынын алырға кәрәк. Оҙаҡ торған тапты бөтөрөр өсөн тәүҙә кейемде һалҡын һыуға һалып ҡуйырға, унан ике яҡтан да һабын менән ышҡырға кәңәш ителә. Әҙерәк көтөргә һәм кейемде йыуып алырға ла мөмкин.
Аспирин һәм водород перекисы. Ябай дарыуханала алған дарыу препараттары кейем-һалымдағы тапты бөтөрөү өсөн һәйбәт ысул. Аспиринды перекись менән бутарға һәм кейемдең бысранған урынына һыларға. Был ҡатнашма ярҙамында кейемдәге тутты, еләк һәм башҡа таптарҙы бөтөрөргә мөмкин.
Тоҙ һәм сода. Өй шарттарында таптарҙы бөтөрөү өсөн тоҙ менән соданы ла ҡулланырға мөмкин. Уның өсөн 4 аш ҡалағы сода, шул уҡ күләмдә тоҙ, 2 аш ҡалағы һабын кәрәк. Был ҡатнашманы бысранған участкаға һыларға һәм бер нисә сәғәткә һалып торорға. Аҙаҡ йыуып алырға.
Был состав аҡ, шулай уҡ төҫлө кейемдәге таптарҙы бөтөрә.
Аш һеркәһе. Ябай аш һеркәһе таптарҙы бөтөрөү генә түгел, кейемдәргә сағыу төҫтө ҡайтарырға һәм насар еҫтәрҙән ҡотолорға ярҙам итә. Уның өсөн 70 процентлы аш һеркәһен һыу менән ҡушып, кейемдең бысранған еренә һөртөргә һәм бер нисә минут ҡына тотоп йыуып алырға кәрәк, сөнки оҙаҡ тотһаң, әйберҙе юҡҡа сығарырға мөмкин.