Мораҙым
+17 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
4 Февраля 2021, 12:05

Исемдә ағинәйҙәр ҡоро эш башлаясаҡ

Кисә Исемдә ҡатын-ҡыҙҙар кис ултырыуға йыйылды. Милли ризыҡтарҙан һығылып торған табын әҙерләп, тәүҙә донъя именлегенә, әрүәхтәр рухына бағышлап аят уҡыттылар, ҡышҡы кистәрҙә кем ниндәй ҡул эше менән шөғөлләнгән – шуларҙы күрһәттеләр, шәлгә биҙәк һалыу, селтәү сигеү серҙәре менән дә уртаҡлаштылар, "Айыҡ ауыл-2020" бәйгеһе сиктәрендә башҡарыласаҡ эштәрҙе барланылар, бурыстарҙы теүәлләнеләр, йәмғиәтте борсоған һорауҙарға яуап эҙләнеләр. Әйткәндәй, башлыса рус милләте тәшкил иткән был төбәктә ағинәйҙәр ҡоро ойошторолмағайны, әле иһә башҡорт ҡатындары кәңәшләшеп, ҡор тупларға килештеләр. Тормош тәжрибәһе туплаған абруйлы, зирәк аҡыллы, уңған апай-инәйҙәр ысын мәғәнәһендә ағинәй исеменә лайыҡтыр.

Читайте нас