Мораҙым
+20 °С
Дождь
ЙӘМҒИӘТ
4 Февраля 2021, 06:44

Исем ауылы тарихы

Рәсми тарих биттәренә байҡау яһаһаҡ, Исем ауылы тураһында беренсе тапҡыр 1816 йылда телгә алына. Мәғлүмәттәр буйынса, ул ваҡытта 7 йортта 53 ир, 33 ҡатын-ҡыҙ булғанлығы теркәлгән. 1920 йылда иһә 22 өйҙә 140 кеше йәшәгән. Төп нәҫел – Сәлиховтар, Ибраһимовтар, Ишҡыуатовтар, Мөхәмәтшиндар. Рус милләтле халыҡ унда 19 быуатта ғына килә. Беренселәрҙән булып башҡорттарҙан ер һатып алып, рус милләтте Сажневтар килеп төйәкләнгән (Иҫке Исем, Шалапут утарҙары). Тәүгеһендә 101 өйҙә 602 кеше йәшәгәнлеге билдәле, Шалапут утарында 49 йортта 300 кеше теркәлгән. Ауылда бер-береһенән 2 саҡрым ғына алыҫлыҡта урынлаша, һөҙөмтәлә, өс ауыл берләшеп, Исем булып ҡалған.1926 йылда шәхси йортта рус башланғыс мәктәбе асыла. 1929 йылда колхоз барлыҡҡа килә, 1934 йылда мәктәп төҙөлә. Ауыл халҡы – ирҙәр ҙә, ҡатындар ҙа – колхозда эшләй башлай.

Рәсми тарих биттәренә байҡау яһаһаҡ, Исем ауылы тураһында беренсе тапҡыр 1816 йылда телгә алына. Мәғлүмәттәр буйынса, ул ваҡытта 7 йортта 53 ир, 33 ҡатын-ҡыҙ булғанлығы теркәлгән. 1920 йылда иһә 22 өйҙә 140 кеше йәшәгән. Төп нәҫел – Сәлиховтар, Ибраһимовтар, Ишҡыуатовтар, Мөхәмәтшиндар. Рус милләтле халыҡ унда 19 быуатта ғына килә. Беренселәрҙән булып башҡорттарҙан ер һатып алып, рус милләтте Сажневтар килеп төйәкләнгән (Иҫке Исем, Шалапут утарҙары). Тәүгеһендә 101 өйҙә 602 кеше йәшәгәнлеге билдәле, Шалапут утарында 49 йортта 300 кеше теркәлгән. Ауылда бер-береһенән 2 саҡрым ғына алыҫлыҡта урынлаша, һөҙөмтәлә, өс ауыл берләшеп, Исем булып ҡалған.
1926 йылда шәхси йортта рус башланғыс мәктәбе асыла. 1929 йылда колхоз барлыҡҡа килә, 1934 йылда мәктәп төҙөлә. Ауыл халҡы – ирҙәр ҙә, ҡатындар ҙа – колхозда эшләй башлай.
Читайте нас