Мораҙым
+9 °С
Ясно
ЙӘМҒИӘТ
2 Февраля 2021, 11:46

Исем ауылы айыҡлыҡ хәрәкәтенә ҡушылды

Ҡайтанан тергеҙелгән “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашҡан ауылдар һаны йылдан-йыл арта барыуы һөйөндөрә. Былтыр беҙҙең районда Дөмбәй призлы урын яулап, аҡсалата бүләк менән бүләкләнгәйне. Быйыл айыҡлыҡ хәрәкәтен пропагандалаған был мәртәбәле бәйгенең республика этабына Исем ауылы сыҡты. Был төбәк – күп милләтле. Урыҫ, башҡорт, татар, сыуаш, мордва, немец, украин милләте вәкилдәре бер-береһенең ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын ихтирам итеп, үҙ-ара татыулыҡта йәшәй.

Добавить в предпочтительные источники Google

Читайте нас