Мораҙым
+6 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
1 Февраля 2021, 12:20

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Ауыл биләмәләрендә урындағы актив һәм район хакимиәте, ауыл биләмәһе башлыҡтары, депутаттар ҡатнашлығындағы ултырыштар дауам итә. Түбәнге Бикҡужа ауыл биләмәһендә лә уҙҙы бындай сара. Түбәнге Бикҡужа ауыл биләмәһе барлығы 5 тораҡ пунктты - Түбәнге һәм Үрге Бикҡужа, Мерәүешле, Петропавловка ауылдарын һәм Прибельский утарын берләштерә. Халҡы артыҡ күп түгел: 698 кеше теркәлгән. Социаль объекттар түбәндәгеләр: 2 ФАП, 1 клуб, 1 китапхана. Демографик яҡтан хәүефләнергә урын бар: уҙған йылда бында ни бары сабый донъяға килгән. Вафат булғандар һаны – 6.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ауыл биләмәләрендә урындағы актив һәм район хакимиәте, ауыл биләмәһе башлыҡтары, депутаттар ҡатнашлығындағы ултырыштар дауам итә. Түбәнге Бикҡужа ауыл биләмәһендә лә уҙҙы бындай сара.
Түбәнге Бикҡужа ауыл биләмәһе барлығы 5 тораҡ пунктты - Түбәнге һәм Үрге Бикҡужа, Мерәүешле, Петропавловка ауылдарын һәм Прибельский утарын берләштерә. Халҡы артыҡ күп түгел: 698 кеше теркәлгән. Социаль объекттар түбәндәгеләр: 2 ФАП, 1 клуб, 1 китапхана. Демографик яҡтан хәүефләнергә урын бар: уҙған йылда бында ни бары сабый донъяға килгән. Вафат булғандар һаны – 6.
Социаль объекттар түбәндәгеләр: 2 ФАП, 2 клуб, 1 китапхана, 3 сауҙа нөктәһе. Балалар һаны аҙ булыу сәбәпле,биләмәлә бер генә белем усағы ла юҡ. 34 бала Йомағужа 2-се урта мәктәбенә йөрөп уҡый.
Уҙған йылда көндәлек мәшәҡәттәрҙән тыш, күләмле эштәр ҙә башҡарылған. Мәҫәлән, Мерәүешле ауылында бейек булып үҫкән 29 төп тирәк бысылған , Түбәнге Бикҡужа ауылының Еңеү урамындағы плафондар светодиодлы фонарҙарға алмашырылған, шундай уҡ яҡтыртҡыстар Петропавловка ауылы менән Прибельский утарына ла ҡуйылған, Түбәнге Бикҡужаның Йәштәр һәм Тыныслыҡ урамдарының, Үрге Бикҡужаның Йылға аръяғы урамының бер өлөшөнә, Петропавловканың Урман урамына тулыһынса таш түшәлгән. Быйыл Түбәнге Бикҡужала “Ауыл көнө” байрамын уҙғарырға, Мерәүешлелә скважина бырауларға, “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы ярҙамында “МТЗ-82.1” тракторы алырға, урамдарҙы яҡтыртыу, янғын иҫкәрткестәр менән тәьмин итеү эштәрен дауам итергә ниәтләйҙәр. Түбәнге Бикҡужа ауылы старостаһы Рим Байгарин автобус көткән урынды төҙөкләндереү, урамды яҡтыртыу эшен дауам итеү, клубты ремонтлау, ауыл халҡы телефон һәм интернет бәйләнешен яҡшыртыу мәсьәләләрен күтәрҙе. Тулыраҡ мәҡәләне гәзиттә уҡырға була.
Читайте нас